Ҡаршылыҡтарҙы еңеп

Ҡаршылыҡтарҙы еңеп https://bash.news/news/85281_arshylytary_eep
01 дек 2018, 22:00

Бөгөн Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ауырлыҡтарҙы бергәләп еңеп, уңышҡа ирешеү серҙәре хаҡында фекер алышты.

"Йәшәй беләм" проекты сиктәрендә ойошторолған йәнле әңгәмәгә Мәскәүҙән Антон Дмитриев саҡырылды. 23 йәшлек егет - инвалид, 13 йәшендә уң аяғын юғалта. Әммә ихтыяр көсө табып, яңынан йәшәргә көс таба. Йәштәштәре менән бер рәттән мәктәпте тамамлай, артабан юғары белем алыр өсөн тыуған ҡалаһы Әстрхандан Мәскәүгә күсеп килә. Бөгөн Антон Дмитриев уңышлы эшҡыуар, спорт ярыштарында алдынғы урындар яулай, социаль селтәрҙә аш-һыу бешереү буйынса онлайн дәрестәр алып бара. Үҙ сығышында ул ҡаршылыҡтарҙы нисек еңеүе тураһында һөйләне.

Антон Дмитриев: “Мин бер ваҡытта ла үҙемде башҡаларҙан кәм тойманым. Башта ҡултыҡ таяҡҡа таянып йөрөнөм, аҙаҡ протез кейҙем. Әлбиттә, еңел булманы. Бер ваҡытта ла өйҙә бикләнеп, үҙ-үҙемә йомолманым. Шул сифатым уңыштарға өлгәшергә ярҙам итәлер ҙә”.

Антон Дмитриев менән осрашыуҙа башлыса коррекция мәктәп-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Әңгәмә барышында һәр кем ҡыҙыҡһындырған һорауына яуап ала алды. Уҡытыусылар әйтеүенсә, балаларҙы тәрбиәләүҙә ошондай саралар ҙур йоғонто яһай.

Розалиә Борханова, Өфөнөң 92-се коррекция мәктәп-интернаты уҡытыусыһы: “Мөмкинлектәре сикләнһә лә, улар тырыша, йәшәргә, үҙҙәренә яңы һөнәр алырға. Күптәре яҙырға, уҡырға өйрәнде”.

Автор: Фәниә Юланова.

Ҡаршылыҡтарҙы еңеп

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество