Бер ғүмерлек хеҙмәт стажы

Бер ғүмерлек хеҙмәт стажы https://bash.news/news/85282_ber_merlek_xemt_stazhy
01 дек 2018, 22:03

Туймазы районының Николаевка ауылында йәшәгән Вәзир Йосоповтың 60 йылға яҡын хеҙмәт стажы бар. Бер нисә быуын спортсылар тәрбиәләгән педагог мәктәп музейына ла нигеҙ һала, унда ҡаһарман яҡташтары хаҡында 32 меңләп экспонат һаҡлана.

Музейҙағы һәр экспонат, йә портрет хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Вәзир Йосопов уларҙы ғүмер буйы йыя. Атаһы фронтҡа киткәндән һуң донъяға килгән сабый һуғыш йылдары менән бәйле һәр әйберҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Педагог музейҙы үҙе эшләгән мәктәп кабинетында аса.

Вәзир Йосопов, Николаевка ауылы биләмәһенең ветерандар советы рәйесе: “Был экспонаттарҙы эшләй башлағас та йыя башланым. Ветерандарҙы үҙем фотоға төшөрҙөм. Был мәктәптә теүәл 50 йыл эшләнем”.

Вәзир Йосопов физик тәрбиә, хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара. Уҡыусылар менән Рәсәй, республика кимәлендәге ярыштарға йөрөй, еңеүҙәр яулай. Һәр ваҡыт үҙе менән фотоаппаратын да ала. Йылдар менән бергә был фотоһүрәттәрҙең әһәмиәте лә арта, музейҙа Николаевка спортсылары хаҡындағы экспозиция ла бар. Шулай ҙа иң ҡиммәтле экспонаттар Еңеү һалдаттары менән бәйле.

"Үлемһеҙ полк" акцияһы башланғас Вәзир Йосопов штендерҙар эшләтә башлай, әле улар бында 200-ҙән ашыу. Ейәндәре, бүләләре инеп ғорурланып ҡарап сыға, ти сал сәсле педагог. Күптәр күҙ йәштәрен тыя алмай.

Вәзир Йосопов, Николаевка ауылы биләмәһенең ветерандар советы рәйесе: “Музей бөгөнгө кешеләргә кәрәк. Фотола булған кешеләргә кәрәкмәй, уларҙың балаларына кәрәк. Музей тәрбиәлә ярҙам итә”.

Вәзир Йосоповтың дөйөм хеҙмәт стажы 60 йылға яҡын, бөгөн ул хаҡлы ялда, әммә йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй, ветерандар советын етәкләй. Алда үлемһеҙ полк сафтарын тулыландырыу бурысы тора, Николаевка биләмәһенән фронт һыҙығына меңгә яҡын кеше китә, күбеһенең фотоһүрәте лә ҡалмаған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Бер ғүмерлек хеҙмәт стажы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд