Әбйәлил районында 50 йыл бергә йәшәгән парҙар тәбрикләнде

Әбйәлил районында 50 йыл бергә йәшәгән парҙар тәбрикләнде https://bash.news/news/85283_bjlil_rajonynda_50_jyl_berg_jshgn_parar_tbriklnde
01 дек 2018, 22:06

Төбәктә алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүсе ғаиләләрҙе бүләкләү тантанаһы күптән йолаға әйләнгән. Ғәҙәттәгесә, байрамға халыҡ күпләп килде. Юбилярҙарҙың балалары, яҡындары, ейән-ейәнсәрҙәренән тыш, ауылдаштар ҙа ҡотлау һүҙҙәренә ҡушылды.

Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән өс пар күптәргә өлгө. Уларға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты тапшырылды. Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килһә лә, тормош һынауҙарына бирешмәй, гөрләтеп донъя көтә улар. Баш агроном, ветеринар һөнәрҙәрен һайлап, ауыл хужалығын үҫтереүгә күп көс һалыусылар. Икенселәре кадрҙар буйынса белгес, уҡытыусылар.

Элиза Ҡунафина, мәҙәни ял үҙәге директоры: “Уларҙың йәш ваҡыттарынан үҙебеҙгә фәһем алып үҫтек. Уларға ҡарап йәшәргә тырышабыҙ”.

Ғаиләләрҙе, туғандарҙы берләштергән сараның Ғаилә йылында уҙғарылыуы мәртәбәле күренеш. Юбилярҙар татыулыҡ, бер-береңде хөрмәт итеү, мөхәббәт тигән темаларға йәнле әңгәмә ҡорҙо. Сөнки тап ошо сифаттар ныҡлы ғаилә нигеҙен хасил итә. Байрамды һәүәҫкәр артистарҙың сығышы биҙәне.

Автор: Фәниә Юланова.

Әбйәлил районында 50 йыл бергә йәшәгән парҙар тәбрикләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий