Өфөлә

Өфөлә https://bash.news/news/85286_fl_duly_gllme_tip_atalan_festivalde_galakoncerty_tte
01 дек 2018, 22:09

Төрлө милләт халҡын берләштергән байрамда хор, йыр, фольклор коллективтары, бейеү ансамблдәре, сәсәндәр мәктәбе, оркестрҙар, инструменталь ансамблдәр, цирк коллективтары ҡатнашты.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы ижади марафон 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тә булып тора. Республика үҙешмәкәр художество халыҡ коллективтарын ҙур сәхнәгә сығарырға булышлыҡ иткән фестивалдә ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта бара.

Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре 6 меңдән ашыу сығышты ҡарай, уларҙа 20 меңдән ашыу һәүәҫкәр артист ҡатнаша. Тамашасы иғтибарына фойела халыҡ оҫталарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләренән күргәҙмә тәҡдим ителде. Унда милли костюмдар, биҙәүестәр, кейеҙҙән яһалған картиналар ҙа бар ине.

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество