Ҡыш етте, люктар ябылды

Ҡыш етте, люктар ябылды https://bash.news/news/85298_ysh_ette_lyuktar_yabyldy
01 дек 2018, 23:06

Йылыраҡ булһын өсөн түгел, ер упмаһын өсөн. Юҡһа, халыҡты асыҡ торған ҡоҙоҡтар йота башланы. Ике бала канализация соҡорона ҡолап төшкәндән һуң ғына коммуналь хеҙмәттәрҙең уларҙы тикшереп сығырға башына етте. Рейд барышында асыҡ торған 69 люк барлығы асыҡланған. Ә бит 100 меңдән ашыу коллекторҙың яртыһы ғына тикшерелгән, шуға ла ер аҫты хакимлығына порталдарҙың байтаҡҡа күберәк булыуы ихтимал.

Коммуналь хеҙмәттәр барлыҡ ҡоҙоҡ ҡапҡастарын да күҙәтеүҙә тотоу мөмкин түгел, тип аҡлана. Сөнки люктарҙы урлаусылар күп. Урлайҙар икән, тимәк, һорау бар. Баҡтиһәң, тимер ҡапҡастарҙы икенсел металға тапшыралар.

Михаил Зеленковский, "Өфө һыу каналы" предприятиеһы техник директоры урынбаҫары: “Беҙ асыҡ ҡоҙоҡтарҙы ҡаплап торабыҙ, ә артыбыҙҙан килеп ҡапҡасын урлап китәләр. Һәр люк эргәһенә һаҡ ҡуйып булмай бит инде. Быйыл ғына канализация һәм һыу үткәргес ҡоҙоҡтарынан 110 ҡапҡас урланған”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Ҡыш етте, люктар ябылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий