Беҙ ҡулға эйәләштергәндәр өсөн үҙебеҙ яуаплы

Беҙ ҡулға эйәләштергәндәр өсөн үҙебеҙ яуаплы https://bash.news/news/85299_be_ula_ejlshtergndr_sn_ebe_yauaply
01 дек 2018, 23:19

Йома донъяла йорт хайуандары көнө билдәләнде. Күптәребеҙ өсөн ала, ҡола, сыбарҙар ғаилә ағзаларына, дуҫтарға әйләнгән. Уларҙы беҙ күңел йылыһы, наҙ менән иркәләйбеҙ, ҡурсалайбыҙ. Әммә урамда ҡалған, этелеп-тибелеп йөрөгән, кешенең бар аяуһыҙлығын күргән йән эйәләре лә күп. Һүҙ берәҙәк йорт хайуандары тураһында. Ҡыҙғаныс, ләкин улар ҙа көндән-көн арта ғына һәм йәмғиәттең баш бәләһенә әйләнә бара. Һәм нисек хәл итергә был мәсьәләне?

Дәүләт Думаһына төбәктәргә хужаһыҙ йөрөгән йорт хайуандарын тотоп түлһеҙләндереү мөмкинлеге биргән закон проекты индерелде. Әле илдә эт-бесәйҙәрҙе тотоп махсус приюттарҙа ғына тәрбиәләү рөхсәте бар. Ләкин уларҙы аҫрау өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Яңы закон хайуандарҙы кеше күҙе алдында ҡанһыҙ рәүештә юҡ итеү алымынан да ситләшергә мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй белгестәр. Әлегә эт тормошонан эттәр генә түгел, бесәйҙәр ҙә тешләшә.

Өй тулы зәғиф бесәйҙәр. Улар бында ваҡытлыса ғына. Кузнецовтар ғаиләһе хужаһыҙ ҡалған йорт хайуандарын ветеринарға күрһәтеп, дауалау курстары ойошторған. Йыл һайын утыҙлап бесәй уларҙың фатиры аша үтә. Артабан изге күңелле кешеләргә ҡарауға тапшырыла.

Людмила Кузнецова, Өфөлә йәшәүсе: “Тәүге тапҡыр өйгә эйәһеҙ этте өлкән улым алып ҡайтҡайны. Бер айлыҡ көсөктө ҡышҡыһын урамда ҡалдырып киткәндәр тип иларҙай булғаны һаман хәтерҙә. Артабан мәрхәмәтлек эшен башланыҡ. Йорт хайуандарының сәләмәт булыуы - беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Уларға дауалау ойоштороу өсөн аҡса йыймайбыҙ, бар сығымдар үҙебеҙҙең өҫтөбөҙҙә”.

Берәҙәк эт-бесәйҙәрҙе ғаилә ҡала урамдары һәм баҡсасылар ширҡәтенән алып ҡайта. Ташландыҡтарҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә була. Ләкин Кузнецовтар һалған көс - океандағы бер тамсы ғына. Ҡарауһыҙ йорт хайуандарын ваҡытлыса тотоу проблеманы төптән хәл итмәй. Приюттар иһә шәхси нигеҙҙә генә эшләй, был ойошмалар күптән тулған. Әйтәйек, был аҙнала ғына Өфө районы Миловка ауылы янындағы приют эргәһендә егермегә яҡын көсөктө ташлап киткәндәр. Уларҙы ла хәҙер ҡарарға, ашатырға кәрәк.

Етмәһә, был ойошмалар тирәләй һәр ваҡыт ғауға бара, тыныс ҡына эшмәкәрлек алып барырмын тимә. Яңыраҡ эттәр яндырыла тигән хәбәр ҙә таралды. Әле осраҡ буйынса прокуратура тикшереү алып бара.

Владимир Барган, приют ойоштороусы: “Ҡайһы бер кешеләр беҙҙә таҙартыу эштәре башланды тип ҡарар иткән. Ысынында улай булманы. Закон буйынса эшләйбеҙ. Эттәрҙе кешеләргә таратырға тырышабыҙ, сөнки урамға сығарып ебәреү менән проблема хәл ителмәй. Улар кире беҙгә ҡайта. Тик ауырыу, агрессив булғандары ғына эвтаназияға эләгә”.

Өфөлә 500 урынға иҫәпләнгән приют төҙөлөшөн күптәр көтә. Әммә әлегә объекттың проект документацияһы ғына әҙерләнә. Ҡарауһыҙ йорт хайуандарын тотоу менән шөғөлләнгән махсус автохужалыҡта иһә ыңғай үҙгәрештәр. Ниһайәт, эттәр өсөн ситлектәр яһай башлағандар.

Михаил Лебедев, ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ бүлеге етәксеһе: “Эттәрҙе ваҡытлыса тотоу урыны ла билдәләнде. Ул сәнәғәт зонаһында буласаҡ, барлыҡ санитар талаптар ҙа үтәләсәк. Башта биләмәлә өс йөҙ эт тоторбоҙ тип уйлағайныҡ, әммә ситлектәр төҙөү ҡиммәткә төшә, шуға был һан кәметелде”.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика ҡыуандырырлыҡ түгел. Һуңғы йылда ғына төбәктә махсус ойошмалар тарафынан ҡырҡ меңдән ашыу ҡарауһыҙ ҡалған йорт хайуаны ауланған, уларҙың утыҙ меңе юҡ ителгән. Башлыса эттәр үлтерелә. Бәлә башы тап приюттарҙың аҙ булыуында

Руфина Шаһапова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары: “Был эт- бесәйҙәрҙе тотор өсөн 100 миллион һум аҡса кәрәк һәр бер муниципалитетҡа. Ундай аҡса беҙҙә юҡ. Шуға ошондай һөҙөмтәгә киләбеҙ - әлбиттә, был эттәр үлтереләсәк. Ә бөгөн Дәүләт Думаһына шундай закон проекты индерелде: ошо эттәрҙе тоторға, уларға вакцинация үткәрергә,түлһеҙләндерергә һәм сығарып ебәрергә”.

Ҡарауһыҙ бесәйҙәргә ҡарағанда берәҙәк эттәрҙән зыян күпләп килә. Урамда өйөр менән йөрөп улар мал-тыуарға ғына түгел, кешеләргә, бигерәк тә балаларға ташланалар. Урманға сығып китәләр. Бөгөн ҡырағай хәлгә еткән был йән эйәләре ишәйгән. Һунарсылар әйтеүенсә, эттәр бүренән дә ҡурҡыныс ҡылана, ҡуян, ҡоралайҙарҙы "һә" тигәнсе юҡ итәләр.

Ә һунарсылар ҡырағайланған эттәрҙе ата алмай. Рөхсәт юҡ. Бының өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Ә бит урманда йөрөгән хайуандар төрлө ауырыу таратыусы ла булыуы ихтимал. Ҡотороу сирен, мәҫәлән.

Линар Йыһаншин, Башҡортостан ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе: “Респубиканың ун бер районында быйыл был ауырыу күҙәтелде. Әлбиттә, хайуандар тирәһендә берәҙәк эттәр ҙә йөрөй. Ҡотороу сире кешеләр өсөн дә бик ҡурҡыныс. Клиник билдәләре булғанда кешене ҡотҡарыу мөмкин түгел”.

Шуға күрә ҡырағай эттәрҙең үрсеүенә юл ҡуйырға ярамай. Стерелизация - берҙән -бер көрәш ысулы. Әлегә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан ветеринария клиникаһында ҡарауһыҙ бесәйҙәрҙе бушлай түлһеҙләндерә башлағандар. Аҙнаһына ике тапҡыр - шишәмбе һәм кесаҙна көндәре ике сәғәт эш ваҡыты тап был акцияға бүленгән. Әммә унда үтерлек түгел, мартҡа тиклем халыҡ яҙылып ҡуйған. Эттәргә иһә был процедура күпкә ҡиммәтерәккә төшә. Шулай ҙа закон проекты ғәмәлгә ингәндә, был йүнәлештә эш йәнләнер тип көтөлә. Бынан тыш, берәҙәк йорт хайуандарына чип ҡуйырға, уларҙың иҫәбен алып барырға кәрәк тиҙәр. Муниципалитеттарҙы финаслауҙы ла арттырыу мөһим. Был тәҡдимдәр тиҙҙән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға индереләсәк.

Айгөл Әҙиәтуллина, ирекмән: “Сит илдәрҙәге тәжрибәне индерергә кәрәк. Әйтәйек, Төркиәлә эттәргә махсус чип беркетеүҙән тыш, урамдарҙа пластик һауыттарҙы йыйыр өсөн контейнерҙар тора. Уларға экологияға зарарлы сеймалды тапшырған өсөн үҙенсәлекле иҫәпләшеү сараһы уйланылған - эттәргә ашарға бирелә”.

Эт-бесәйҙәр менән аяуһыҙ мөнәсәбәткә бәйле осраҡтар ҙа республикала йыш күҙәтелә. Көпә-көндөҙ шул уҡ йорт хайуандарын ҡала урамдарында язалап китәләр. Бик ҡыҙғаныс күренеш. Хәйер, бының өсөн хәҙер енәйәти яуаплылыҡ бар.

Эт кешенең иң яҡын дуҫы тиҙәр. Ышаныс һәм тоғролоҡ төшөнсәләре нигеҙе. Әммә бөгөн ике яҡ араһындағы мөнәсәбәттәр ситләшә башланы кеүек, күреүегеҙсә әле лә улар ситлектә. Ҡасандыр кешелек йорт хайуандарын ҡулға эйәләштергән икән, тимәк, улар өсөн яуаплылыҡ та тап беҙҙең өҫтөбөҙҙә ята. Тик беҙ генә был йән эйәләренең тормошон яҡшырта алабыҙ

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Беҙ ҡулға эйәләштергәндәр өсөн үҙебеҙ яуаплы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий