Йөҙйәшәр ҡарағастарға хәүеф янай

Йөҙйәшәр ҡарағастарға хәүеф янай https://bash.news/news/85300_jjshr_araastara_xef_yanaj/?lang=bash
01 дек 2018, 23:30

Әбйәлил районында бер нисә уникаль ағас үҫә. Улар хатта, тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын да алған. Ләкин ҡарағастар урында йәшәүсе Клара Абдуллинаға ғына кәрәк кеүек тойола. Ханым мөһабәт ағастарҙы кәртәләп алып уларҙы тәрбиәләп тота. Рәхмәт кенә әйтерлек, ләкин, юҡ. Уның был хәстәрлеге кемгәлер оҡшамай.

Мәғариф ветераны Клара Абдуллина өлтөк ҡарағастар тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Уларҙың Әбйәлил ерлегендә нисек килеп сығыу тарихын яҡшы белә. Үҙенә күрә уникаль ағастар Ҡош юлы буйлап ултыртылған. Карауан юлдарына ла бәйле булыуы, әллә нисәмә йөҙ йылдар элек һыу аҫтында үҫеүе кеүек имеш-мимештәр ҙә бар. Ышанмаҫлыҡ түгел. Һуңғыһы мәҫәлән, Ҡужан ауылы эргәһендә һарыҡсылыҡ комплексына нигеҙ ҡаҙғанда диңгеҙ ҡабырсаҡтары табылған. Ни булһа ла, ул беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Ҡарағастың бөҙрәлегенә ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ. Ағастар үҫкән биләмә лә ҡараулы. Кәртәләнеп алынғас мал да инеп йөрөмәй. Өҫтәүенә, сепрәк бәйләнгән бер генә ботаҡ та юҡ. Барыһы ла Ҡужан ауылында йәшәүсе Клара Абдуллинаның көсө менән башҡарыла. Ләкин...

Клара Абдуллина, мәғариф ветераны: “Бында туризмды үҫтереү өсөн бер кем дә, бер тин дә ярҙам иткәне юҡ, киреһенсә аяҡ салалар. Киҫеп ташларға тиҙәр”.

Хаттар Әбйәлил районы урмансылығы идаралығынан ебәрелгән. Билдәле бер ваҡытҡа тиклем ҡоймаларҙы, биләмәлә урынлашҡан тирмә, эскәмйәләрҙе, ултыртылған ағастарҙы ла алып ташлау бойороғо ҡуйылған. Өҫтәүенә, 50 мең һум күләмендә штраф һалынған. Был хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн Клара Абдуллина судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Штраф һалынмаясаҡ. Ә ҡоймаларҙы алыу буйынса ҡарар үтәлеше 5 декабргә күсерелде.

Альберт Ибраһимов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе: “Тәбиғәт һәйкәленең хәле яҡшы, ағастар һәйбәт үҫә. Бер ниндәй ҡамасаулыҡ юҡ. Иҙ ҙур маҡсатыбыҙ – уны киләһе быуындарға һаҡлап ҡалыу. Тәбиғәт ҡомартҡыһының паспорты була, шул паспорт буйынса, улар кәртәләнмәҫкә тейеш. Һәр кем үтеп йөрөй алырға тейеш. Бының һәйбәт яғы ла бар”.

Клара Абдуллина, мәғариф ветераны: “Бының артында аҡсалыраҡ икенсе кеше тора. Хәҙер мин алып ташлаһам, икенсе көн килеп, бейек ҡоймалар ултыртып, һәр ҡарағас төбөнә динозаврҙар ултыртып, кафеларын, сауналарын төҙөп, бында эске ояһы, бардак буласаҡ”.

Биләмәнең мәғариф ветераны ҡарамағында булыуын ведомство белгестәре яҡшы белә. Тәбиғәт ҡомартҡыһына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тә һөҙөмтә биргән. Ә инде ингән урында аҡса йыйыу ул уйҙырма, ти Клара Хәтәп ҡыҙы. Бары теләгән кеше ҡалдырып сыға. Тупланған суммаға ул киләсәктә музей эшләү ниәте менән яна.

Әлеге ваҡытта тағы ике ҡарағас үҫентеһенең барлығы билдәле. Берәүһе Клара Абдуллинаның ихата алдында булһа, икенсеһе ғаилә тип исемләнгән өлтөк ҡарағастарының эргәһендә үҫә. Ул инде оҙайлы йылдар һөҙөмтәһе ти ханым. Сөнки уны үҫтереп алыу ҙур түҙемлек талап итә. Йөҙйәшәр ағастарҙың уникаллеге лә ошонда.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Йөҙйәшәр ҡарағастарға хәүеф янай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста