Аҡ халатлылар йыш ҡына юҡҡа ғәйепләнә

Аҡ халатлылар йыш ҡына юҡҡа ғәйепләнә https://bash.news/news/85301_a_xalatlylar_jysh_yna_yua_jepln
01 дек 2018, 23:43

Был турала Һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә Радий Хәбиров белдерҙе. Дөрөҫ, Мортаза Ғөбәйҙулла улының көтөүҙәге бер һыйыр тураһында бик яҡшы әйтеме була торғайны. Күпселек табиптар Гиппократ антына тоғро.

Үҙе шәфҡәт туташы, үҙе үк ашығыс ярҙам кәрәк саҡта психолог та. Машинаһына ултыра ла кешегә ярҙамға ашыға.

Резеда Кашапова Салауат районы Мәсетле ауылында 31 йылдан ашыу фельдшер-акушер пунктында эшләй. Тырыш һәм тилбер ҡуллы медицина хеҙмәткәре эшен күңел биреп башҡара.

Резеда Кашапова, Салауат районы үҙәк дауаханаһының мәсетле фельдшер-акушер пункты шәфҡәт туташы: “31 йыл эшләйем. Фельдшер үҙәге алты йыл эшләй. Халҡ менән яҡшы танышмын”.

Әлбиттә, эш өсөн шарттар тыуҙырылғанда бында ауыл фельдшеры һәм табибы программалары буйынса белгестәр ҙә ҡайтыр ине. Әммә ҡыш был бинала йылы етмәй, электр менән йылытылған торбаларға өҫтәмә рәүештә мейес яғырға ла мәжбүрҙәр. Канализация һәм һыу уңайлыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Улар был фапта бөтөнләй юҡ.

Резеда Кашапова, Салауат районы үҙәк дауаханаһының мәсетле фельдшер-акушер пункты шәфҡәт туташы: “ФАПта һыу юҡ. Колонканан алабыҙ. Ҡыш көнө өйҙән дә килтерергә тура килә”.

Әммә шарттар булдырыуҙы улар ситтән көтмәй, юғары эш хаҡына ла өмөтләнмәй. Меңәрләгән кешеләрҙе сихәтләндергән шифалы ҡулдары менән эш урындарында бөхтәлек һәм тәртип тә урынлаштыра, йылылыҡ һәм һыу мәсьәләһен дә үҙ елкәһендә хәл итә. Төпкөл ауылдарҙағы фельдшер-акушер пункттары үҙ эшенә бирелгән медицина хеҙмәткәрҙәре арҡаһында ғына һаҡланып ҡалған.

Миәкә районы үҙәк дауаханаһының Яңы Ишле фельдшер-акушер пунктында Мәҙинә Биктимерова 14 йылдан ашыу халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Ул өлкән йәштәгеләрҙән алып сабыйҙарға тиклем яғымлы мөғөләмәлә. Уның оло һәм мәрхәмәтле йөрәгенә бөтәһенең дә сере, уй-кисерештәре һыя. Табип та, психолог та, бәләгә тарығандарға беренсе ашығыс ярҙам күрһәтеүсе лә ул.

Мәҙинә Биктимерова, Миәкә районы үҙәк дауаханаһының Яңы Ишле фельдшер-акушер пункты мөдире: “Һәр береһенең нисек йәшәгәнен, сәләмәтлектәрен беләм”.

Мәҙинә Биктимерованың эше тынғыһыҙ һәм яуаплы. Һәр кемде иғтибар менән тыңлай һәм үҙ мәлендә ярҙамға ашыға. Мәҙинә Исмәғил ҡыҙы хаҡында пациенттарынан тик маҡтау һүҙҙәрен генә ишетәһең.

Альбина Хәйруллина, Яңы Ишле ауылында йәшәүсе: “Мәҙинә апай гел янда, күрше генә торабыҙ. Һәр саҡ мөрәжәғәт итергә була”.

Эш көнө барышында уның янына өс тиҫтәгә яҡын пациент килә. Тик ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн шарттар тыуҙырылмаған. Айырыуса, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа кабинеттар һалҡын һәм шыҡһыҙ. Утыҙ йыл самаһы элек төҙөлгән бинаға бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Медицина йыһаздарын һәм ҡорамалдарын яңыртыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә.

Мәҙинә Биктимерова, Миәкә районы үҙәк дауаханаһының яңы ишле фельдшер-акушер пункты мөдире: “Бина иҫке. 1996 йылда төҙөлгән. Уға капиталь ремонт кәрәк. Дауахана ярҙамы менән косметик ремонт яһалып тора. Әммә тәҙрәләрҙе, иҙән-түбәне ремонтлау кәрәк”.

Ниндәй генә дәүерҙе алмайыҡ, ауыл фельдшеры һәм табибтар иңдәренә ҙур яуаплылыҡ һалына. Йыш ҡына уларҙы социаль селтәрҙәр аша йәберләү, ер менән тигеҙләп, яла яғыу осраҡтары йышайҙы, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров....

Әммә кешеләр һаулығы һағында тороусылар араһында намыҫлы, выжданлы шәхестәр етәрлек. Беҙҙең-бурыс-йәмғиәттә кеше һаулығы һағында тороусыларҙың абруйын күтәреү, изге һөнәр исемен кире ҡайтарыу.

Ауыл фельдшеры һәм шәфҡәт туташтары медицинаның иң алғы, ауыр һыҙығында хеҙмәт итә. Улар иңдәренә күләмле эш һәм яуаплылыҡ һалынған. Әммә ауыр шарттарға ҡарамай, фельдшерҙар тәүлек әйләнһенә һәм йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә пациенттарға ярҙамға ашыға.

Автор: Гүзәл Борханова.

Аҡ халатлылар йыш ҡына юҡҡа ғәйепләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд