Башҡортостанда 3 ғинуарҙан пенсия таратыла башлаясаҡ

Башҡортостанда 3 ғинуарҙан пенсия таратыла башлаясаҡ https://bash.news/news/85318_bashortostanda_3_inuaran_pensiya_taratyla_bashlayasa
03 дек 2018, 09:33

Республикала 2019 йылда пенсия таратыу эшенә 3 ғинуарҙан тотонасаҡтар. Ул почта элемтәһе ойошмаларының эш режимын иҫәпкә алып, башҡарыласаҡ. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Башҡортостанда 3 ғинуарҙан пенсия таратыла башлаясаҡ
Башҡортостанда 3 ғинуарҙан пенсия таратыла башлаясаҡ

Декабрь айында алынған пенсия квитанцияларында яңы йылдан һуң алынасаҡ түләүҙәрҙең ваҡыты билдәләнә.9 ғинуарҙан пенсия тейешле графикка ярашлы, таратыласаҡ. Кредит ойошмаларына түләүҙәр, килешеү ваҡыты буйынса, күсереләсәк.

Башҡортостанда яҡынса 1,2 млн кеше пенсия ала. Уларҙың яҡынса 40%-ы «Рәсәй почтаһы» , 59%-тан күберәге кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа