Өфөлә Mrs. Fashion Ufa 2018 матурлыҡ конкурсы үтәсәк. Бәйгелә тормошҡа сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар көс һынашасаҡ. Сараның маҡсаты - әсәлек дәрәжәһен һәм ғаилә ҡиммәттәрен күтәреү.
Ҡатнашыу өсөн башта заявка ебәреп, һайлап алыу турын үтергә кәрәк.Ойошторусыларҙың фекере буйынса, конкурс донъяға ҡарашты үҙгәртәсәк һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалай.
Үҙең тураһындағы мәғлүмәтте «Бәйләнештә” селтәрендә анкета рәүешендә тултырырға мөмкин.Шулай уҡ , ҡатнашыусылар үҙҙәренең фотоһүрәттәрен ебәрергә тейеш.