Республикала 25 ҡатлы йорттар төҙөү күҙаллана

Республикала 25 ҡатлы йорттар төҙөү күҙаллана https://bash.news/news/85326_respublikala_25_atly_jorttar_t_kallana
03 дек 2018, 11:22

Яҡын арала Стәрлетамаҡта егерме биш ҡатлы йорттар төҙөү күҙаллана. Был проектты "Риком" компанияһы тормошҡа ашыра. Төҙөүсе тарафынан Төҙөүселәр урамында өс күп ҡатлы йорт күтәреләсәк.

Республикала 25 ҡатлы йорттар төҙөү күҙаллана
Республикала 25 ҡатлы йорттар төҙөү күҙаллана

Интернет селтәрендә буласаҡ 25 ҡатлы йорттарҙың эскиздары баҫылып сыҡты. Компания һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн был проект тәүге тапҡыр башҡарыласаҡ. Әлеге ваҡытҡа ҡалала иң юғарыһы тип ун дүрт ҡатлы йорт иҫәпләнә.

"Өфө-квартал" төҙөүсеһе Стәрлетамаҡта 17 ҡатлы йорт төҙөй, әммә бер нисә йыл дауамында даими рәүештә йортто тапшырыу ваҡытын күсереү сәбәпле, өлөшсөләр үҙ фатирҙары асҡыстарын ала алмай. "Риком" компанияһы күптән түгел эш башланы. Ул 25 ҡатлы йорттар төҙөү менән шөғөлләнә.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров