Радий Хәбиров барлыҡ хакимиәт башлыҡтарын социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләргә саҡырҙы

Радий Хәбиров барлыҡ хакимиәт башлыҡтарын социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләргә саҡырҙы https://bash.news/news/85337_radij_xbirov_btn_xkimit_bashlytaryn_social_seltrr_em_eshlrg_sakyry
03 дек 2018, 11:34

Бөгөн, 3 декабрь, Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында социаль селтәрҙәрҙә үткән мониторинг һөҙөмтәләрен ҡаранылар,үҙ нәүбәтендә, улар халыҡтан килгән һорауҙарҙы һәм проблемаларҙы хәл итеүҙе тиҙләтә. Системаның эше тураһында "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов һөйләне.

Радий Хәбиров барлыҡ хакимиәт башлыҡтарын социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләргә саҡырҙы
Радий Хәбиров барлыҡ хакимиәт башлыҡтарын социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләргә саҡырҙы

Ростислав Мырҙағолов әйтеүенсә, «Инцидент» системаһы 38 мең сигнал ҡабул иткән. 25 меңен урындарҙа хәл иткәндәр, 13 меңе Өфөгә килеп еткән. Иң күп сигналдар башҡаланан, икенсе урында Иглин районы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы, өсөнсө урында Өфө районы теркәлгән.Ялыуҙар буйынса лидерҙар рәтенә Иглин,Баймаҡ һәм Ғафури райондары инә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытылыса башҡарыусы Радий Хәбиров район башлыҡтарын, йәш арауығына ҡарамай, социаль селтәрҙәрҙе әүҙем ҡулланырға ҡушты.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество