Иртәгә республикала епшек ҡар яуыуы көтөлә

Иртәгә республикала епшек ҡар яуыуы көтөлә https://bash.news/news/85353_irtg_respublikala_epshek_ar_yauyuy_ktl
03 дек 2018, 14:26

Шишәмбе, 4 декабрҙә, ҡар һәм ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә.Урыны менән боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итә.

Иртәгә республикала епшек ҡар яуыуы көтөлә
Иртәгә республикала епшек ҡар яуыуы көтөлә

Иртәгә республика халҡын болотло һауа торошо көтә. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Һауа температураһы төндә 6-11 градус һалҡын, ҡайһы бер райондарҙа 18 градусҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ ете градус һалҡын.

Башҡалала төндә бер аҙ ҡар яуасаҡ, көндөҙ еңелсә боҙлауыҡ.Һауа температураһы төндә һигеҙ, көндөҙ дүрт градус һалҡын.

Дәүләт автоинспекцияһы һауа торошоноң үҙгәреүе сәбәпле, автоһәүәҫкәрҙәрҙе руль артында иғтибарлы булырға саҡыра.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество