Өфөнөң мәҙәниәт йортонда янғын хәүефһеҙлеге буйынса етешһеҙлектәр асыҡлана

Өфөнөң мәҙәниәт йортонда янғын хәүефһеҙлеге буйынса етешһеҙлектәр асыҡлана https://bash.news/news/85355_fn_mnit_jortonda_yanyn_xefelege_bujynsa_eteshelektr_asylana
03 дек 2018, 17:03

Башҡаланың мәҙәниәт һарайында прокуратура тарафынан тикшереү ойошторола. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса етешһеҙлектәр асыҡлана. Ошо сәбәпле, янғын сигнализацияһы ҡоролмаһы өсөн 800 000 һум күләмендә аҡса бүленә.

Шулай итеп, бинала янғын сигнализацияһы сафтан сыҡҡан була. Бынан тыш, ҡоролма кафе-барҙа, ансамбль залында һәм башҡа бүлмәләрҙә булмай сыға. Етәксегә ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә, уға 6 000 һум күләмендә штраф һалына.

Прокуратураетешһеҙлектәр бөтөрөлмәйенсә, саралар үткәрмәҫкә бойорҙо. Янғын хәүефһеҙлеген монтажлау маҡсатында 800 000 һум аҡса бүленә. Әлеге ваҡытта ремонт эштәре башҡарыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна