Кадрҙар системаһындағы үҙгәрештәр

Кадрҙар системаһындағы үҙгәрештәр https://bash.news/news/85375_kadrar_sistemaynday_greshtr
03 дек 2018, 21:31

"Инцидент менеджмент" алымының тәүге һөҙөмтәләре, медицина учреждениеларына табиптар етешмәү, көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, ҡаланы таҙартыу менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү юлдары. Бөгөн Башҡортостанда Хөкүмәтендә Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа проблемалар хаҡында һүҙ барҙы. Улар хаҡында ентекләберәк беҙҙең сайтта.

Кадрҙар системаһындағы үҙгәрештәр

Быйыл ҡар түгел, таш яуһа ла ҡурҡынысы юҡ, коммуналь техника етерлек. Һуңғы арала ғына ҡар таҙартыу өсөн грейдер һәм 13 Камаз алынған. Йыл аҙағына тиклем яңы техниканың иҫәбе 39-ға етергә тейеш. Бөгөн иһә автопарк фронталь тейәгестәр менән тулыланды, заманса уңайлы техника Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартасаҡ. Ә ҡар күп булмаҡсы, ошо көндәрҙә генә 91 мең кубометр ҡар сығарылған.

Кадрҙар системаһындағы үҙгәрештәр

Фәнүр Моратов, механизатор: “Ныҡ кәрәк. Күп техника кәрәк. Ҡышҡыһын ҡом һибергә, ҡар сығарырға кәрәк. Эш күп”.

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдереүенсә, коммуналь техника менән бәйле проблеманы Өфөлә мәңгегә ябыу мотлаҡ. Хәл киҫкен торған ҙур ҡалалар ҙа ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ. Халыҡ ҡар йырып йөрөгән тейеш түгел, ошондай ваҡ мәсьәләләр тормош сифатына кире йоғонто яһай. Проблемалар Инцидент-менеджмент системаһында ла асыҡ сағыла, был алым 15 октябрҙән эшләй, ай ярым эсендә генә халыҡтан 38 мең тирәһе мөрәжәғәт ҡабул ителгән, көн һайын 500 мең тирәһе ялыу килә.

Ростислав Мырҙағолов, "Башинформ" акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе: “Вдумайтесь в эту цифру. 500 тысяч человек каждый день что-то пишут. Они обсуждают свои проблемы, они говорят о наболевшем”.

Ростислав Мырҙағолов әйтеүенсә, проблемаларға килгәндә уларҙың 36 проценты шунда уҡ хәл ителгән, 37-һендә хәл итеү юлдары барлана. 27 процентҡа аныҡ аңлатма бирелмәгән, йәғни кешеләрҙең һорауҙарына яуап канцелярия теле менән яҙылған. Мөрәжәғәттәргә аңлайышлы, ябай итеп яуап биреү мотлаҡ. Хаттарҙың иң күбеһе Иглин, Баймаҡ, Ғафури райондарынан. Иглин районында һуңғы арала ғына ике тапҡыр электр энергияһы өҙөлгән. Радий Хәбиров әлеге заманда ауыл менән утһыҙ ултырыу башҡа һыймаҫлыҡ хәл, тине. Иглин хакимиәте башлығы белдереүенсә, ошо арала 5 трансформатор алына. Радий Хәбиров етәкселәргә халыҡ араһына йышыраҡ сығыу, аралашыу бурысын да йөкмәтте.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Социальные сети – это не игрушка. Это важный инструмент получения и обработки информации. Мы там должны быть. Это государственная задача. Я вам рекомендую, даже несмотря на возраст, завести аккаунты. Я тоже немолодой, но там сидят наши жители. 18 декабря соберем всех глав. Ваш рейтинг зависит не только от действий в соцсетях или инцидента. Выходите общайтесь с людьми”.

Медицина проблемаһына иғтибар көсәйтелгәндән һуң алға китеш бар, әммә табиптар мәсьәләһе бик киҫкен тора. Салауатта әсәйҙәр сират өсөн һуғышыуға тиклем барып етә. Был тәңгәлдә яҡташ студенттар менән бәйләнеште нығытыу, матди ярҙам күрһәтеү мотлаҡ. Икенсенән, медицина колледждарын тамамлаған йәштәрҙе артабан уҡытып алырға мөмкин. Ауыл табибы программаһына өҫтәмә аҡса бирәбеҙ, кәрәк икән сумма тағы арттырыласаҡ тине Радий Фәрит улы.

Кадрҙар системаһындағы үҙгәрештәр

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Конечно, мне хочется после себя оставить какие-то материальные объекты. Больницы, садики, концертые залы и т.д. Но может не будем строить единичные красивые обхекты, а направим эти деньги туда, куда это нужно, чтобы мамочки не дрались в очередях”.

Кадрҙар системаһында ла үҙгәрештәр бар. Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов икенсе эшкә күсеүгә бәйле, вазифаһын бушата. Радий Хәбиров уға күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдереп, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Бынан тыш, Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Айбулат Хажин тәғәйенләнде. Ә Баймаҡ районында яңы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы. Оператив кәңәшмә аҙағында Радий Хәбиров Хөкүмәткә көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү механизмын әҙерләргә ҡушты, муниципаль берәмектәргә киләһе йылдың ҡышына тиклем рөхсәтһеҙ сүп-сар өйөмдәрен бөтөрөргә ҡушты. Республикала йыл һайын 2 миллион тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыла.

Кадрҙар системаһындағы үҙгәрештәр

Ҡыштың үҙ матурлығы, ҡар беҙҙең тирә-йүндәге сүп-сарҙы ҡаплап донъяны аҡлыҡҡа күмә. Әммә был проблема хәл ителде тигәнде аңлатмай. Көнкүреш ҡалдыҡтары, санкцияланмаған полигондар беҙҙең йәмғиәттең бәләһе. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итеү буйынса комплекслы тәҡдим әҙерләү бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ пропаганда эшен алып барыу ҙа мотлаҡ, кешеләрҙең мәҙәни үҙаңын үҫтереү мотлаҡ, халыҡтың мөнәсәбәте үҙгәрмәй тороп һөҙөмтә булмаясаҡ.

Автор: Рәзмиә Кәримова.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд