Өфөлә Джефф Монсон сәйәсмәндәр һәм йәмәғәтселек менән бәхәстә 3:0 иҫәбе менән еңеү яуланы

Өфөлә Джефф Монсон сәйәсмәндәр һәм йәмәғәтселек менән бәхәстә 3:0 иҫәбе менән еңеү яуланы https://bash.news/news/85377_fl_dzheff_monson_sjsmndr_m_jmtselek_menn_bxst_30_ibe_menn_ee_yaulany/?lang=bash
03 дек 2018, 21:40

Башҡортостанға беренсе тапҡыр килеүендә ҡатнаш көрәш буйынса донъя чемпионы октагон сәхнәһендә бәхәс тотто. Әммә был бәхәстә көс ҡулланылманы. Красногорск ҡала советы депутатына сарала ҡатнашыусылар тура һәм көтөлмәгән һорауҙар яуҙырҙы. Бәхәс өс өлөштән торҙо. Билдәле спортсы ни өсөн Рәсәйҙә сәйәсәт менән шөғөлләнә, уның физик әҙерлеге хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ошоға тиклем ул рингта дәғүәсеһе менән икәүҙән-икәү генә көс һынашһа, был юлы физик көс урынына – һүҙ бәхәсендә маһирлығын күрһәтергә тейеш. Джефф Мосон сәхнәгә "Кино" төркөмө башҡарған йыр оҙатыуында сыҡты. Был йырҙы өйрәнеүе һәм башҡарыуы бер ҙә осраҡлы түгел.

Джефф Монсон сәйәсмән булараҡ, һикһәненсе йылдар аҙағында Виктор Цой йырлаған үҙгәрештәрҙе, бөгөндән үк күрергә теләй. Ни өсөн Америкала түгел, ә Рәсәйҙә сәйәсәт менән шөғөлләнә, күптәрҙе борсоған иң тәүге һорау уға көтөлмәгән һынау булараҡ яңғыраны. Ә уның яуабы ҡыҫҡа, әммә ышаныслы ине.

Был һүҙҙәрҙе ул ихлас күңеленән һәм даими ҡабатлай. Ҡулында рәсми документы булған өсөн генә түгел, ә сатлама һыуыҡлы Рәсәй иле уның күңеленә яҡын һәм ҡәҙерле булғаны өсөн.

Джефф Монсон: “Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү 27 миллиондан ашыу ҡорбан аша бирелгән. Һеҙ ҡаһарман халыҡ. Мин дә һеҙгә оҡшағанмын. Алдыма ҡуйған изге маҡсатыма ирешергә ынтылам”.

Красногорск ҡалаһында ул алданған иғәнәселәр, тирә-яҡ мөхите һаҡлау проблемаһын менән шөғөлләнә, Радий Хәбиров менән берлгәләп асҡан "Зоркий" спорт мәктәбендә тренерлыҡ эшен дауам итә. Әммә Рәсәй илендәге сәйәсәткә ул реаль күҙлектән ҡарай. Рус телен өйрәнергә тырыша. Бәхәскә инеүселәр менән ул башҡортса ла аралаша алды.

Әммә бәхәс ҡороусыларға сәйәсәт һәм спорт еңеүҙәренә бәйле һорауҙарҙан тыш, Джефф Монсондың физик торошо ла ҡыҙыҡлы. Спорт карьераһы барышында ауыр йәрәхәттәр алған чемпион был һанауҙы ла уңышлы үтте. Нисек кенә булмаһын сәйәси мөхиттә лә яҡшы физик әҙерлек һәм көс талап ителә.

Монсон Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһында йәшәй, Өфөгә тәүгә килеүе, әммә һуңғыһы түгел.

Джефф Монсон, Красногорск ҡала советы депутаты: “Беҙ һәр ваҡыт бәйләнештә буласаҡбыҙ. Ике айға бер Өфөгә киләсәкмен. Оҫталыҡ дәрестәре, төрөлө саралар үткәрергә уйлайым”.

Был һүҙҙәрҙе ул ихлас күңелдән һәм даими ҡабатлай. Ҡулында рәсми документы булған өсөн генә түгел, ә сатлама һыуыҡлы Рәсәй иле уның күңеленә яҡын һәм ҡәҙерле булғаны өсөн.

Красногорск ҡалаһында ул алданған иғәнәселәр, тирә-яҡ мөхите һаҡлау проблемаһы менән шөғөлләнә, Радий Хәбиров менән бергәләп асҡан "Зоркий" спорт мәктәбендә тренерлыҡ эшен дауам итә. Әммә Рәсәй илендәге сәйәсәткә ул реаль күҙлектән ҡарай. Рус телен өйрәнергә тырыша. Бәхәскә инеүселәр менән ул башҡортса ла аралаша алды.

Әммә бәхәс ҡороусыларға сәйәсәт, спорт еңеүҙәренә бәйле һорауҙарҙан тыш, Джефф Монсондың физик торошо ла ҡыҙыҡлы. Спорт карьераһы барышында ауыр йәрәхәттәр алған чемпион был һынауҙы ла уңышлы үтте. Нисек кенә булмаһын сәйәси мөхиттә лә яҡшы физик әҙерлек һәм көс талап ителә.

Монсон Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһында йәшәй, Өфөгә тәүгә килеүе, әммә һуңғыһы түгел.

Көрәш буйынса донъя чемпионына Рәсәй ҡышы ҡурҡыныс түгел. Ҡар бабай ҡушаматлы спортсыны бында йылы һәм ихлас ҡабул итәләр. Башҡортостан йәштәре лә уның хаҡында яҡшы хәбәрҙар.

Сәйәсмән сәхнәлә рус телендә ауырлыҡ менән аралашһа ла, ул телде өйрәнергә һәм еңеүсе булырға ынтыла. Сәйәсмәндәр, журналистар һәм спортсылар 3:0 иҫәбе менән еңелде. Көрәшсе асыҡтан-асыҡ бирелгән һорауҙарҙа юғалып ҡалманы. Билдәле спортсы, бокс буйынса алтын билбау эйәһе Хәбир Сөләймәнов та Джеффтың сәйәсәттәге ҡыйыу аҙымдарын хуплай.

Хәбир Сөләймәнов, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбау эйәһе: “Аҡыллы сәйәсмән. Америка һәм Рәсәй айырмаһын яҡшы тоя”.

Көрәшсе үҙенә төбәлгән һорауҙарға аныҡ яуаптар бирҙе. Бер һорауҙан да тартынманы һәм уңайһыҙ хәлдә ҡалманы. Сәйәсмән булараҡ халыҡ менән аралашҡанда мәғлүмәтле булыуын һәм биргән вәғәҙәһен үтәй аласағын күрһәтте. Ғәҙел, халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан сәйәсмән шундай сифаттарға эйә булырға тейеш, ти Джефф Монсон. Сөнки тап ошондай сифаттарҙы унан "үҙгәрештәр" талап итә.

Джеефф Монсон сәйәси бәхәстә үҙен бик тыныс, ипле тотто. Бирелгән һорауҙарға ла төплө, кинәйәле яуаптар бирҙе. Ул үҙенең яуаптарынан ябай халыҡты, Рәсәйҙе яратҡанлығын, ғәҙел, намыҫлы кеше, ҡурҡыу белмәҫ спортсы икәнен күрһәтте.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә Джефф Монсон сәйәсмәндәр һәм йәмәғәтселек менән бәхәстә 3:0 иҫәбе менән еңеү яуланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста