Бөгөн — Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә

Бөгөн — Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә https://bash.news/news/85379_bgn_xalyara_invalidtar_kn_bildln
03 дек 2018, 21:45

Башҡортостанда 300 меңдән ашыу кеше мөмкинлектәре сикләнгән граждандар иҫәбендә. Бөгөн улар өсөн төрлө социаль, мәҙәни саралар уҙғарылды. Өфөлә "Минең ғаиләм - минең байлығым" конкурсына йомғаҡ яһалды. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Республика реабилитация үҙәгендә йыл башынан алып 5 меңдән ашыу бала дауалау үткән. Бында кескәйҙәрҙең сәләмәтләген нығытыуҙан тыш, йәмғиәттә тулы хоҡуҡлы шәхес итеп тойорға ла булышлыҡ итәләр.

Үҙәктә логопед-психологтар малай-ҡыҙҙар менән заманса алымдар ҡулланып эшләй. Интерактив таҡта, махсус гимнастика, физик күнекмәләр һәм дәрестәр көндәлек программаның бер өлөшө генә.

Зөлфирә Юлдашбаева, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге директоры: “Беҙҙең үҙәктә балалар йылына ике тапҡыр реабилитация үтәләр. Ул ярҙамдан һуң балаларҙың хәрәкәт итеүе яҡшыра, телдәре асыла”.

Реабилитация үҙәгендә инвалидтар көнө уңайынан йыл һайын байрам саралары үтә.Ҡурсаҡ театры бинаһында ойошторолған "Минең ғаиләм - минең байлығым" конкурсы ла һәләтле малай-ҡыҙҙарҙы йыйҙы. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһенә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине.

Гүзәл Фәхрисламова, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр республика реабилитация үҙәгенең бүлек мөдире: “Ебәрелгән эштәр ике номинацияла ҡаралды: ҡул эштәре һәм һүрәт. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды”.

Башҡортостанда 16 меңдән ашыу инвалид бала йәшәй. Белгестәр әйтеүенсә, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бәләкәйҙән үк йәмғиәткә яраҡлашыу, аралашыу мөхите булдырыу зарур. Был осраҡта улар юҡары маҡсаттарға, уңыштарға ирешергә теләп үҫәсәк.

Автор: Флорида Ким.

Бөгөн — Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд