Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дәүләт хәстәре

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дәүләт хәстәре https://bash.news/news/85381_mmkinlektre_siklngn_balalara_dlt_xstre
03 дек 2018, 21:48

Өфөлә йәшәүсе ике тиҫтәнән ашыу ғаилә Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, инвалид бала ҡараған өсөн түләнгән айлыҡ пособие күләмен арттырыуҙы һораны. Әлеге ваҡытта уның күләме ата-әсә һәм опекундар өсөн 5500 һум тәшкил итә. Башҡортостанда саҡ ҡына юғарыраҡ - 6325 һум.

Был компенсация бала сәләмәтлеге арҡаһында эшкә сыға алмағандар өсөн тәғәйенләнгән. Спорт һарайы алдындағы майҙанға йыйылыусылар билдәләүенсә, пособиеға биш йылға яҡын индексация үткәрелмәгән.

Илмира Ишмөхәмәтова, инвалид бала тәрбиәләүсе әсә: “Эшкә сығып булмай, сөнки балаларҙы тәүлек әйләменә ҡарап торорға кәрәк. Бүтән үҫтереү түңәрәктәренә лә түләргә кәрәк. Ҡайһы-бер әсәләр бындай балаларҙы яңғыҙҙары тәрбиәләй. Шуға күрә йәшәү минимумына тиклем күтәрһәләр, яҡшы булыр ине”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дәүләт хәстәре

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий