Республиканың 100 йыллығына Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөлә

Республиканың 100 йыллығына Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөлә https://bash.news/news/85384_respublikany_100_jyllyyna_bajma_alayny_knya_bitend_balalar_basay_m_mktp_tl
03 дек 2018, 22:00

Юбилей объекты яңы биҫтәлә мәктәп проблемаһын хәл итәсәк. Баймаҡтың көнъяҡ биҫтәһендәге мәғариф учреждениеһы – “100 йыллыҡҡа 100 объект” проектына ингән социаль әһәмиәттәге обьект. Был комплекс балалар баҡсаһы һәм мәктәп бинаһынан торасаҡ. Сибай ҡалаһының яуаплылығы сикләнгән "Ремонт төҙөлөш үҙәге" йәмғиәте тендерҙа еңеп, эш башлаған да инде.

Әлеге көндә социаль объектта урынлашасаҡ балалар баҡсаһының беренсе ҡаты һалынып бөтөп бара,төҙөлөш мастерҙары әйтеүенсә, Яңы йылға уны тамамлау күҙаллана. Көндәр һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, объектта барған эш бер көнгә лә туктағаны юк. Ташсыларҙың оҫта ҡулдары кирбес өҫтөнә кирбес һалып киләсәктә балалар тауышы гөрләп торасаҡ бинаның стеналарын күтәрә.

Динар Хәлитов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары: “Мәктәп 240 урынлыҡ, балалар баҡсаһы 120 урынлыҡ буласаҡ. Төҙөләсәк бина был микрорайондың биҙәге булыр, тигән өмөттәбеҙ. Икенсе йылдың беренсе сентябренә сафҡа инер”.

Көньяҡ биҫтәһендә йәшәүсе балалар ҡаланың өс мәктәбенә таратылған, ә биҫтә менән Баймаҡ араһы 5 километр самаһы. Тимәк яңы белем усағының кәрәклеге көн кеүек асыҡ.

Илдус Зәйнуллин, район мәғариф бүлеге етәксеһе: “Мәктәп 9-сы класҡа тиклем буласаҡ”.

Шуныһы кыуандыра, йәштәр йорттар һалып Баймаҡтың ситендә ҙур биҫтә барлыкка килтерҙе. Яңы йортар ҡалҡып сығыу менән микрорайондың инфраструктураһы ла мөһим урынға сыға. Шуға күрә, был комплекс ҡалаһының көньяҡ биҫтәһендә йәшәүсе күп кенә йәш ғаиләләрҙе,балаларҙы ҡыуандырып,күркәм бина булыр һәм тиҙ арала файҙаланыуға тапшырылыр тиергә ҡала.

Автор: Раушания Рәхимова.

Республиканың 100 йыллығына Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд