Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов отставкаға китте

Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов отставкаға китте https://bash.news/news/85391_bashortostan_xkmte_rjese_rstm_mrnov_otstavkaa_kitte/?lang=bash
03 дек 2018, 23:07

Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Рөстәм Мәрҙәнов 2013 йылдан вице премьер, 2015 йылдан Премьер-министр вазифаһын биләне.

Һеҙ намыҫлы кеше, үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы. Оҙаҡ йылдар Хөкүмәтте етәкләнегеҙ, ҙур эште ойошторҙоғоҙ. Киләсәктә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек итербеҙ тип ышанам, тине Радий Хәбиров.

Рөстәм Мәрҙәновтың эшмәкәрлеге Салауат Юлаев ордены менән баһаланды. Ул артабан Рәсәй үҙәк банкының төбәк идаралығын етәкләйәсәк.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов отставкаға китте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет