Төҙөлөш сәғәте кәңәшмәһендә йәнә Өфөлә төҙөлөш мәсьәләләренә анализ яһалды

Төҙөлөш сәғәте кәңәшмәһендә йәнә Өфөлә төҙөлөш мәсьәләләренә анализ яһалды https://bash.news/news/85393_tlsh_ste_kshmend_jn_fl_tlsh_msllren_analiz_yaaldy
03 дек 2018, 23:11

Уның барышында күп кенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яңғыраған. Был турала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.

Мәҫәлән, үҙен дәүләт структураһы тип атаған ниндәйҙер "УАЗ" компанияһы эшҡыуарҙарға Өфө ерҙәрен һәм биналарҙы баҙар хаҡынан бер нисә тапҡырға арттырып, 100 миллион һумдан ҡиммәтерәкккә һатҡан.

Бындай тарихты журналистар "майлы ҡалъя" тип ғәҙел яҙған. Һәр осраҡ буйынса артабан эҙмә-эҙлекле тикшереү үткәреләсәк. Бер үк ваҡытта был участкаларҙа торлаҡ һатып алыусыларға хәүефләнергә кәрәкмәй. Уларҙың бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ, хоҡуҡтарын боҙоуға ла юл ҡуймаясаҡмын, тигән Радий Хәбиров.

Төҙөлөш сәғәте кәңәшмәһендә йәнә Өфөлә төҙөлөш мәсьәләләренә анализ яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий