Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған ике һалдаттың һөйәге тыуған яғында ерләнде

Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған ике һалдаттың һөйәге тыуған яғында ерләнде https://bash.news/news/85394_bjk_vatan_uyshynda_xbre_yualan_ike_aldatty_jge_tyuan_yaynda_erlnde
03 дек 2018, 23:12

Улар Кушнаренко районынан Камилйән Әҙиев менән Учалынан Василий Кузьмин. Ҡыҙылармеецтарҙы урындағы эҙәрмән отрядтары тапҡан. Өфөнөң "Еңеү паркы"нда ошо уңайҙан тантаналы митинг үтте. Дүртенсе йыл 3 декабрҙә Рәсәйҙә Билдәһеҙ һалдат көнө уҙғарыла. Митинг Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев ҡатнашлығында үтте.

Ул һуғыштың тәүге һыҙығында алышҡан. 1942 йылдың 3 ғинуары. Карелия республикаһында Кушнаренко егете Камилйән Әҙиев 367-се уҡсылар дивизияһы составында Киров тимер юлын дошмандан азат итеү операцияһында ҡатнаша. Уның янында Силәбе һәм Ҡурғандан ике һалдат бара. Әммә бер мина өс һалдаттың да ғүмерен өҙә. 76 йылдан һуң Камилйәндең һөйәктәре, шәхси әйберҙәре тыуған яғына ҡайтты. Учалы районынан Василий Кузьминдың кәүҙәһе Ржев өлкәһендә траншеяла табылған.

Владимир Волков, Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге етәксеһе: “Ике һалдат та 1942 йылда һәләк булған. Ржевта ҡот осҡос ҡанҡойош ваҡытында ҡул алышы ла булған. Василий Кузьмин немецтарҙың траншеяһына төшкән. Уның кәүҙәһе шунда табылған. Камилйән Әҙиев Карелияла һаҙлыҡта ятҡан. Уға "Медвежко" эҙәрмән отряды юлыға. Быйыл республикаға 9 һалдат ҡайтарылды”.

Һалдаттарҙың һөйәктәре һәм шәхси әйберҙәре ейән-ейәнсәрҙәренә тапшырылды. Тантаналы митингта ҡатнашыусылар яу ҡырында ятып ҡалғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Илдар Бикбаев, Дәүләт Думаһы депутаты: “Билдәһеҙ һалдат көнө дүртенсе йыл үткәрелеп килә. Йәш быуынға тыныс тормошобоҙ ниндәй хаҡ менән яуланғанын аңлатырға тейешбеҙ. Ошо йәһәттән эҙәрмән отрядтары бик ҙур эш алып бара. Республиканан 127 мең һалдаттың ғүмере билдәһеҙ һанала”.

Билдәһеҙ тип исемләнһә лә, уларҙың батырлығы мәңгелек. Медальондар уларҙың шәхесен асыҡлауҙа ҙур ярҙам. Ә күп ваҡыт уның эсендәге яҙыуҙы уҡып та булырлыҡ түгел. Камилйән Әҙиев Кушнаренко районы Ҡара Тәкә ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләһе менән Свердловскиҙа йәшәгән. Фронтҡа алынғас ҡатыны менән балаларын тыуған ауылына ҡайтарып ебәрә. 76 йылдан һуң әйләнеп ҡайтҡан һалдатты ер ҡуйынына тапшырырға туғандары, яҡташтары һәм мәктәп уҡыусылары килде.

Камилйән Әҙиев ҡатыны һәм өс балаһы янында ерләнде. Уның ике улы, бер ҡыҙы булған. Әле илленән ашыу ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәре бар.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған ике һалдаттың һөйәге тыуған яғында ерләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд