Силәбегә методик ярҙам

Силәбегә методик ярҙам https://bash.news/news/85396_silbeg_metodik_yaram
03 дек 2018, 23:19

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты вәкилдәре Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә методик ярҙам күрһәтте. Делегация ағзалары өлкәнең Ҡоншаҡ районындағы Хәлит, Бүре, Маяҡ, Ҡобағош, Һары һәм Әшир ауылдарында ҡурай һәм халыҡ бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ғилми-методик семинар, мәктәптәрҙә туған телде уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән осрашыуҙар үткәрҙе.

Рәйсә Күзбәкова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе: “Ижади төркөм менән Башҡортостандан ситтә йәшәгән миләттәштәребеҙ тураһында һүҙ сыҡҡас, иң тәүҙә Силәбе өлкәһен һайланыҡ. Ҡоншаҡ районында электән башҡорт теле уҡытыла”.

Силәбе өлкәһендә халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүсе милләттәштәребеҙ күп. Мәҫәлән, Маяҡ ауылы мәктәбе уҡытыусыһы, Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Хәбрахман Мансуров етәкселек иткән "Маяҡ батырҙары» ҡурайсылар төркөмө өлкә башҡорттарына яҡшы таныш.

Был юлы егеттәргә Башҡортостандан килгән белгестәр ике композиция уйнарға өйрәтте. Ошо уҡ мәктәптең "Йәйғор" фольклор ансамбле ҡыҙҙары профессиональ хореографтарҙан яңы бейеүҙәр өйрәнде. Коллективта 1-се синыфтан 9-сы синыфҡа тиклемге ҡыҙҙар шөғөлләнә.

Ғәҙелниса Мансурова, Ҡоншаҡ районы Маяҡ мәктәбе уҡытыусыһы, "Йәйғор" фольклор ансамбле етәксеһе: “Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеп, сәхнәләштерелгән сығыштар яһайбыҙ. Балалар үҙ тамырын белеп үҫергә тейеш”.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Силәбегә методик ярҙам

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий