“Тамаша” тамаша ҡылды

“Тамаша” тамаша ҡылды https://bash.news/news/85397_tamasha_tamasha_yldy
03 дек 2018, 23:23

Балтас районында Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрҙүнә Ҡасимова призына "Тамаша" республика театр коллективтары фестивале үтте. Күләмле сара башта яҡын ауыл биләмәләре араһында ғына ойошторолһа, хәҙер инде икенсе йыл республика кимәлендә уҙа.

Конкурсты уҙғарыусылар һәүәҫкәр театр сәнғәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Балтас районында тыуып үҫкән Фәрҙүнә Ҡасимова талантлы педагог булараҡ та билдәле. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры фестивалдә уҡыусылары - билдәле режиссерҙар ҡуйған спектаклдәрҙе лә баһаланы.

Фәрҙүнә Ҡасимова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, жюри рәйесе: “Һуғыш, аслыҡ ваҡытында үҫтек. Һәр ваҡыт халыҡ театры эшләне. Халҡыбыҙ театрҙы ярата. Бында шатланып килдем”.

Тәнзилә Ҡалмырҙина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: “Халыҡ театрҙарының кимәле йылдан-йыл үҫә”.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Өфө районының "Мираж" халыҡ театры алды, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Баҡалы һәм Борай райондары коллективтары яуланы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләп килгән "Ҡорос" халыҡ театры иһә Гран-приға лайыҡ булып, махсус приз менән бүләкләнде. Йәштәр Ибраһим Абдуллиндың "Тиле йәшлек" лирик комедияһы мотивы буйынса яҙылған пьесаны сәхнәгә сығарып, уңыш ҡаҙана.

Фәдис Иҙрисов, "Ҡорос" халыҡ театрында шөғөлләнеүсе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты: “Уҡытыусылар буласаҡбыҙ, үҙебеҙҙең актерлыҡ оҫталығыбыҙҙы балаларға ла күсерәсәкбеҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

“Тамаша” тамаша ҡылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна