Өфөлә предприятие директоры эшселәргә 20 млн һум эш хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә

Өфөлә предприятие директоры эшселәргә 20 млн һум эш хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә https://bash.news/news/85403_fl_predpriryatie_direktory_eshselrg_20_mln_um_esh_xay_tlm_jepln
04 дек 2018, 09:50

Башҡалала енәйәт эше тамамланды. 68 йәшлек предприятие директоры 2 ай дауамында хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә.

Өфөлә предприятие директоры эшселәргә 20 млн һум эш хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә
Өфөлә предприятие директоры эшселәргә 20 млн һум эш хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә

Республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә. 2014- 2015 йылдар араһында, 99 хеҙмәткәр алдында эш хаҡы буйынса бурыс барлыҡҡа килә. Бурыс күләме 20 млн һум тәшкил итә, уны түләр өсөн предприятиеның мөмкинселектәре була. Ләкин ул аҡсалар башҡа маҡсатта ҡулланыла.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Йыйылған бурыстың яртыһынан күбе эшселәргә түләнә.Етәксегә,шулай уҡ,штраф һалына.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд