Башгидрометүҙәк ағымдағы аҙнаға һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Башгидрометүҙәк ағымдағы аҙнаға һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе https://bash.news/news/85428_bashgidrometk_aymday_anaa_aua_torosho_turaynda_mlmt_bire
04 дек 2018, 14:10

Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда аҙна аҙағына яуым-төшөмдөң артыуы күҙәтелә. Ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ, көндөҙ боҙлауыҡ. Декабрҙең беренсе декадаһында һауа температураһы норманан бер-ике градусҡа юғары булыуы көтөлә.

Башгидрометүҙәк ағымдағы аҙнаға һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе
Башгидрометүҙәк ағымдағы аҙнаға һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Бөгөн көндөҙ республикала бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Еңелсә боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым урындарында боҙлауыҡ булыуы һәм көрт һалыуы ихтимал. Көндөҙ һауа температураһы ете градус һалҡын.

Шаршамбы һәм кесе йома, шулай уҡ, бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә ун биш градус һалҡын, ҡайһы бер райондарҙа -20 градусҡаса түбәнәйәсәк. Көндөҙ туғыҙ градус һалҡын.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд