Республикала санитар талаптарға яуап бирмәгән кафе эшмәкәрлеге туҡтатылды

Республикала санитар талаптарға яуап бирмәгән кафе эшмәкәрлеге туҡтатылды https://bash.news/news/85430_respublikala_sanitar_talaptara_yauap_birmgn_kafe_eshmkrlege_tutatyldy
04 дек 2018, 17:48

Баймаҡ урынлашҡан кафела етешһеҙлектәр асыҡлана. Тикшереүҙе Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте ойоштора.

Республикала санитар талаптарға яуап бирмәгән кафе эшмәкәрлеге туҡтатылды
Республикала санитар талаптарға яуап бирмәгән кафе эшмәкәрлеге туҡтатылды

Хәбәр итеүҙәренсә, «Рандеву» кафеһында асыҡланған етешһеҙлектәр кеше һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф менән янай. Осраҡ буйынса эш судҡа тапшырыла. Суд кафеның эшмәкәрлеген туҡтатырға һәм яуаплылыҡҡа тарттырырға тигән ҡарар сығара.

Билдәләп үтергә кәрәк, кафе утыҙ тәүлеккә ябыла. Ошо ваҡыт эсендә етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш. Кире осраҡта, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA