Тиҙҙән башҡалала "Башавтотранс" киске сәғәт ун бергә тиклем халыҡты хеҙмәтләндерәсәк

Тиҙҙән башҡалала "Башавтотранс" киске сәғәт ун бергә тиклем халыҡты хеҙмәтләндерәсәк https://bash.news/news/85431_tin_bashalala_bashavtotrans_kiske_st_un_berg_tiklem_xalyty_xemtlndersk
04 дек 2018, 17:18

"Башавтотранс" ҡала халҡын тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ла хеҙмәтләндерһен өсөн, яҡынса өс йөҙ водитель талап ителә. Шул саҡта ике сменала эшләү мөмкинлеге тыуа. Был хаҡта предприятиеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Тиҙҙән башҡалала Башавтотранс киске сәғәт ун бергә тиклем халыҡты хеҙмәтләндерәсәк
Тиҙҙән башҡалала Башавтотранс киске сәғәт ун бергә тиклем халыҡты хеҙмәтләндерәсәк

Өфөлө транспорт реформаһы башландан алып, "Башавтотранс", ҡуртымға алыу шарты менән, шәхси автобустары булған йөҙ водителде һәм үҙ транспорттарына ҡырҡ кешене эшкә ала. Башҡортостандың дәүләт Транспорт комитеты 690 млн һумға яңы йөҙ автобус һатып алыуҙы күҙаллай. Унан һуң, тағы ла илле автобус алынасаҡ.

Киске 9-10 сәғәттәрҙә НефАЗ автобустарының халыҡты хеҙмәтләндермәүен иҫәпкә алып, беҙ икенсе сменаны ҡайтарыуҙы теләйбеҙ. Был маҡсатта тағы ла 300 водителде эшкә алырға кәрәк. Шул саҡта, киске сәғәт ун бергә тиклем халыҡты хеҙмәтләндерә алабыҙ.

Сергей Паскин, "Башавтотранс"ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA