Башҡортостанда ауыр хәлдәге өс кешене дарыуҙар менән тәьмин итмәйҙәр

Башҡортостанда ауыр хәлдәге өс кешене дарыуҙар менән тәьмин итмәйҙәр https://bash.news/news/85438_bashortostanda_auyr_xldge_s_keshene_daryuar_menn_tmin_itmjr
04 дек 2018, 16:51

Туймазы районында прокуратура тикшереү ойоштора. Бер юлы өс кеше ялыу менән мөрәжәғәт итә. Улар тейешле препараттар ала алмай.

Башҡортостанда ауыр хәлдәге өс кешене дарыуҙар менән тәьмин итмәйҙәр
Башҡортостанда ауыр хәлдәге өс кешене дарыуҙар менән тәьмин итмәйҙәр

18- 42 йәшлек пациенттар һирәк осрай торған сир менән яфалана. Законға ярашлы, улар бушлай дарыу алыуға хоҡуҡлы. Район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре алты ай дауамында дарыу алыуға юллама бирмәй. Билдәләп үтергә кәрәк, ай дауамында был препараттар менән дауаланыу алты мең һумға баҫа.

Медицина учреждениеһы баш табибына шелтә яһала. Һөҙөмтәлә, граждандар тейешле препараттар менән тәьмин ителә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа