Ғүмер бүләк итеүсе табип

Ғүмер бүләк итеүсе табип https://bash.news/news/85456_mer_blk_itese_tabip
03 дек 2018, 21:23

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Василий Кулавский 80 йәшлек оло юбилейын ҡаршыланы. Юғары категориялы акушер-гинеколог бөгөн төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы, медицина учреждениелары етәкселегенән, коллегаларынан ҡотлауҙар ҡабул итте.

Василий Агеевич 1961 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң, Мордовиялағы республика онкология диспансерына онколог-хирург булараҡ эшкә йүнәлтелә, ныҡышмал һәм тырыш белгес коллективта баш табип вазифаһына тиклем күтәрелә. Әммә ул тыуған яғы - Башҡортостанға кире ҡайтып, медицина фәне үҫешенә тос өлөш индерергә теләй. Кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлап, профессор дәрәжәһенә эйә була. Республика дауаханалырында эшләй. 9 монография, 400-ән ашыу ғилми мәҡәлә авторы бөгөн дә акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә белгестәр әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.

Василий Кулавский, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы: "11 йыл республиканың баш акушер-гинекологы булып эшләнем. Барлыҡ район-ҡалаларҙы ла урап сыҡтым. Тормош девизым - ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итер өсөн гел алға барырға. Яңы кешенең донъяға килеүе - үҙе бер мөғжизә. Бала табыу йортон мин икенсе төрлө вокзал тип тә йөрөтәм. Унда бит бер секундҡа ла туҡтамай тормош ҡайнай".

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ғүмер бүләк итеүсе табип

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество