Баһаланмаған хеҙмәт

Баһаланмаған хеҙмәт https://bash.news/news/85459_baalanmaan_xemt
04 дек 2018, 22:06

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе һәм ижад итеүсе бер төркөм рәссамдар урындағы хакимиәттән эшләнгән эш өсөн аҡса алмай интегә. Судҡа мөрәжәғәт итеүҙәре лә һөҙөмтә бирмәй. Сараһыҙлыҡтан ижади команда беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте.

Ижади команданың сираттағы заказы тормошҡа ашырыла. Был юлы Сорғот ҡалаһында. Төбәктең йәмиғ мәсете тирәләй семәрле, биҙәктәренә алтын ялатылған ҡапҡа эшләнә. Әле проект тамамланыу алдында. Рәссам-скульпторҙарҙың ижади хеҙмәте тик бының менән генә сикләнмәй. Уларҙың эштәре илдең төрлө төбәктәрендә урын алған.

Әле лә заказдар күп. Тик тормошҡа ашырыу юлдары сикле. Ижади команданың осрашыуы шәхси йорт ихатаһынан ары китә алмай. Быға финанс ҡытыршылыҡтар сәбәпсе.

Илүс Ғиләжев, рәссам-скульптор: “Элекке эшләгән ерҙә бөтә оборудованиебыҙ ҡалды. Уны хәҙер алып булмай. Ул объектта пропуск буйынса үтеү системаһы эшләй, беҙҙе яҡын да килтермәйҙәр. Аренда өсөн аҡса һорайҙар”.

Ә барыһы ла Нефтекама ҡалаһы аллеяһында урынлашҡан һәйкәлгә бәйле килеп сыға.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренә арналған скульптура композицияһы 2015 йылда Республика көнө уңайынан асыла. Уның өҫтөндә эш бер йыл самаһы алып барыла, ә инде ике ай эсендә файҙаланыуға тапшырыла.

Урам йыйыштырыусы, электрик, сантехник кеүек һөнәр оҫталарын берләштергән һәйкәл геройҙары һауанан уйлап сығарылмаған. Ә ғүмер буйы ҡала үҫешенә үҙ өлөшөн индергән хеҙмәтсәндәр һынландырылған. Эш тә шулай уҡ заказ буйынса башҡарыла. Тик финанс мәсьәләләр хәл ителмәй асыҡ ҡала. Һөйләшелгән сумма - 800 меңдең 305 мең самаһы төрлө кәрәк-яраҡтар өсөн тотонола. Ә ҡалған аҡса биреп бөтөлмәй.

Илшат Ғиләжев, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы: “Өс ай эшләйбеҙ, түләйбеҙ, булышабыҙ. Аҙаҡ ул кеше күҙгә ҡарап түләмәйем тине”.

Ә ҡала хакимиәте етәкселеге торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағылышлы предприятиеларҙан эш өсөн тейешле сумманың түләнеүен хәбәр итә.

Зәбир Ғабдуллин, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы: “550 мең һум түләнгән, бер ниндәй ҙә дәғүә булмаҫҡа тейеш. Улар һәр саҡ төрлө хаҡ һорайҙар. 7 миллион, 11 миллион, скульптура ундай хаҡ тормай”.

11 миллион тигәне ул тотош скульптура композицияһы хаҡы. Ул Рәсәйҙең художество әҫәрҙәре хаҡы баһаһы буйынса билдәләнгән күләм. Ә ижади команда ни бары 800 меңгә генә һөйләшелә. Ул да булһа бирелеп бөтмәй, ти рәссамдар. Сараһыҙлыҡтан ижадсылар судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Был юлы Рәсәй стандарттарына ярашлы талап итеү маҡсатында... Киләһе ултырыш 13 декабргә билдәләнгән.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Баһаланмаған хеҙмәт

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество