4 декабрҙә Рәсәйҙә информатика көнө билдәләнә

4 декабрҙә Рәсәйҙә информатика көнө билдәләнә https://bash.news/news/85460_4_dekabr_rsj_informatika_kn_bildln
04 дек 2018, 22:08

Был өлкәлә донъяла киң танылыу яулаған яҡташтарыбыҙҙың береһе – Бәшир Рәмиев. Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған техник фәндәр докторы Советтар союзында тәүгеләрҙән булып электрон-иҫәпләү машинаһын төҙөй. Улар араһында "Стрела" һәм "Урал" ЭВМ-дары. Һуңғы ҡоролманың исемен Рәмиев тыуған яғына бағышлай.

Күпселек фәнни асыштары өсөн ғалим Сталин премияһы, "Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы" ордены менән бүләкләнә. Бәшир Рәмиев компьютерҙары Рәсәйҙә медицина, космос, банк, фән өлкәләре үҫешенә ярҙам итә.

Валерий Беспалов, Пенза өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары: “Минеңсә, Бәшир Рәмиевтың асыштары Стив Джобс, Илона Маск кеүек шәхестәрҙең ҡаҙаныштарынан да мөһимерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ. Уны легендар ғалим-конструктор һәм һәләтле инженер тип атар инем”.

Бәшир Рәмиев Баймаҡта алтын табыусылар ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән үк теүәл фәндәрҙе яратҡан егет 1937 йылда Өфө мәктәбен тамамлап Мәскәүҙә энергетика институтына уҡырға инә. Әммә атаһы Искәндәр Рәмиев ҡулға алыныу сәбәпле, студент уҡыуҙан ҡыуыла. Буласаҡ ғалим үҙ теләге менән фронтҡа китә. Махсус төркөм составында Киевты азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылда ул халыҡ хужалығын тергеҙеүгә йүнәлтелгән бойороҡҡа ярашлы армиянан ҡайтарыла. Һәләтле яҡташыбыҙ оҙаҡ йылдар Фәндәр академияһында инженер-конструктор һәм Пенза ҡалаһының ғилми-тикшеренеү институтында баш инженер булыр эшләй.

Валерия Середкина, инженер: “Ул бик тотанаҡлы кеше булды, ғалим юғары уңыш ҡаҙаныуын да бөйөклөккә һанаманы”.

Автор: Флорида Ким.

4 декабрҙә Рәсәйҙә информатика көнө билдәләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество