Һайлау хоҡуғы һәр ваҡыт бар

Һайлау хоҡуғы һәр ваҡыт бар https://bash.news/news/85461_ajlau_xouy_r_vayt_bar
04 дек 2018, 22:12

Бөгөн Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатында һайлау хоҡуғы һәм процесы буйынса еңеүселәр билдәләнде. Конкурс Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ойошторола. Ул төрлө йәштәге кешеләр араһында бер нисә этапта бара.

Бөгөнгө бәйгелә 10-11 синыф уҡыусылары ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был сара берҙән балаларҙың белем, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, икенсенән, оло тормошоҡа әҙерләй, үҙ хоҡуҡтарыңды белергә, һайлау системаһы нескәлектәре менән танышырға ярҙам итә.

Ләйсән Ғарипова, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы: “Конкурс 2012 йылдан бирле бара. Балалар үҫеше күренә, бер-нисә йылдан улар үҙҙәре һайлаусы буласаҡ, бәлки үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы ла булып китерҙәр”.

Уҡыусылар конкурсҡа ентекле әҙерләнгән, алдан уҡ был темаға асыҡ дәрестәр, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолған, китаптар, брошюралар уҡыған. Азат Закиров был бәйгелә өсөнсө тапҡыр ҡатнашҡан.

Азат Закиров, конкурста ҡатнашыусы: “Өсөнсө йыл ҡатнашам, күп яңылыҡтар астым. Конкурсҡа әҙерләнгәндә Башҡортостан, Рәсәй конституцияһын һәм интернет материалдарын уҡыным”

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Һайлау хоҡуғы һәр ваҡыт бар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа