Өлгөлө балалар

Өлгөлө балалар https://bash.news/news/85462_lgl_balalar
04 дек 2018, 22:14

"Өлгө ал!" республика конкурсында ҡатнашҡан 8 ғаилә балалары бөгөн Туапсе ҡалаһындағы "Орленок" үҙәгенә ялға юлланды. Путевкаларҙы бәйгенең финалында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова тапшырғайны.

Бүләкләү тантанаһында ул Башҡортостанда тамыр ебәргән байрам Рәсәйҙә лә матур йолаға әйләнер, тип конкурстың әһәмиәтен юғары баһаланы. Лагерҙа 10 йәштән 15 йәшкәсә ҡыҙҙар-малайҙар ял итәсәк. Юл сығымдары республика бюджетынан ҡаплана.

"Өфө" халыҡ-ара аэропортына йыйылған балалар үҙ-ара танышып, һәләттәрен дә күрһәтеп өлгөрҙө. Береһе ҡурайҙа уйнаһа, икенселәре йыр-бейеүгә маһир, спорт менән дуҫ. Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә ял итеү уларға көс-дәрт өҫтәр, яңы еңеүҙәргә илһамландырыр, тип ышанғы килә.

Зөлфирә Зәйнетдинова, "Өлгө ал!" республика конкурсында ҡатнашыусы: “Мин үҙемдең күлдәктәремде, флешкамды алып, унда мин йырлап, бейеп күрһәтәсәкмен”.

Флорида Зәйнетдинова, "Өлгө ал!" республика конкурсында ҡатнашыусы: “Бәйге бик ҡыҙыу барҙы, кәрәкле конкурс тип уйлайым. Бөтәһе менән аралашып, һөйләшеп торабыҙ”.

Автор: Фәниә Юланова.

Өлгөлө балалар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд