Башҡортостанда хеҙмәт йәшендәге 77 меңгә яҡын мөмкинлеге сикләнгән кеше ғүмер итә

Башҡортостанда хеҙмәт йәшендәге 77 меңгә яҡын мөмкинлеге сикләнгән кеше ғүмер итә https://bash.news/news/85463_bashortostanda_xemt_jshendge_77_meg_yayn_mmkinlege_siklngn_keshe_mer_it
04 дек 2018, 22:20

Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында инвалидлыҡ төркөмөндәгеләр хөкүмәт яҡлауын һәм ҡурсалауын ғына көтөп ултырмай. Йәмғиәткә яраҡлаша, үҙен һәм ғаиләһен ҡарарлыҡ һөнәргә эйә була, тырышып белем һәм хеҙмәт күнекмәләре ала. Улар беҙҙең арала һәм көндәлек эше менән хеҙмәт еңеүҙәренә ирешә.

Алина Бикмөхәмәтова Өфө күп профилле колледжының иң алдынғы студенты. Был уҡыу йортонда ҡыҙ кондитер ризыҡтарын бешереүсе һөнәрен үҙләштерә. Күптән түгел УОРЛД-СКИЛС халыҡ-ара конкурсының төбәк этабында ҡатнашып, икенсе урын яулаған. Тыумыштан һул ҡул суҡтары зәғифләнгән ҡыҙ ябай ҡала мәктәбендә белем алған. Әммә ҡайһы бер тиҫтерҙәре һәм урамда бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙең уға сәйерһенеп ҡарауын бала һәм үҫмер мәлендә бик ауыр кисергән. Әммә үҙендә рухи көс барлығына инанып, битәрләүҙәрҙе күңеленә яҡын алмаҫҡа ҡарар иткән.

Алина Бикмөхәмәтова, Өфөнөң күп профилле колледжы студенты: “Минең тышҡы ҡиәфәтем күптәрҙе аптырата ине. Бигерәк тә бала, үҫмер ваҡытымда миңә көләп, йәберләп ҡараусылар булды. Урамда ла ҡайһы бер кешеләр сәйер ҡараш ташлай. Башта ауыр кисерҙем. Йылдар үтеү менән мин уларҙың ҡарашын һәм мөнәсәбәтен иғтибарһыҙ үткәрергә өйрәндем. Мин бер нәмәгә ҡарамай, үҙемде бәхетле итеп тоям, тормошта үҙ һөнәремде таптым”.

Вадим Йәналин Республика һуғыш ветерандары хәрби госпиталендә массажист булып эшләй. Ул һиҙгер ҡул бармаҡтары ярҙамында кешеләргә һауығырға ярҙам итә. Тыумыштан күҙҙәре күрмәй. Әммә яҙмыш һынауҙары алдында бирешмәгән. Мөмкинлектәр сикләнһә лә беҙ йәмғиәттә үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ, бер кемгә лә бәләбеҙҙе һалмайбыҙ, тип иҫәпләй ул да.

Вадим Йәналин, Республика һуғыш ветерандары госпитале хеҙмәткәре: “Бер кем дә бикләп тотманы. Бала саҡтан Өфөгә уҡырға сығып киттем. Барыһын да үҙем эшләнем”.

Рәсим Шәйғәрҙәнов үҙе эшләгән техникаһына саң да ҡундырмай. Уның уңғанлығы, бөхтәлеге һәм тракторының көйлө эшләүе бөтәһен дә хайран итә. "Дуҫлыҡ" хужалығында иң алдынғы механизатор. Һөрә, сәсә, уңыш йыйып алыуҙа ҡаатнаша. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланған. Яҙмыш уны ла аямаған. Сөгөлдөр сығарған ваҡытта аяғын теҙҙән аҫта өҙҙөргән. Тимер ене ҡағылған уҙаман техникаһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай. Махсус имтихандар тапшырып, яңынан тратор штурвалы артына ултыра.

Рәсим Шәйғәрҙәнов, "Дуҫлыҡ" хужалығы механизаторы: “Тракторҙы хөрмәт итәм. Бынамын тигән! Бөтәһе лә уға һоҡлана”.

Әммә еңел аҙымдар артында күпме һыҙланыуҙар торғанын ул үҙе генә белә. Эске кисерештәрен ситтәргә асмай. Протездары ла бер генә йылға сыҙай. Эшлекле, тиктормаҫ йән трактор штурвалы артына яңынан ултырғандан алып, унлап протез алмаштырған.

Рәсим Шәйғәрҙәнов, "Дуҫлыҡ" хужалығы механизаторы: “Яҡшы йөрөп була, әммә протез өйҙә ятыуға ғына эшләнгән. Унлап боҙоҡ протезым ята”.

Миәкәләр Рәсим Шәйгәрҙәновты юҡҡа ғына "башҡорт Маресьевы" тап атамаған. Тынғыһыҙ, уңған, сәмсел булғаны өсөн яҡташтары уны шулай баһалай. Ысынлап та, өлгө, маяҡ булырҙай геройҙар беҙҙең арала. Улар еребеҙҙе байытһын, ҡеүәтле итһен өсөн хатта, сикле мөмкинлектәре лә кәртә була алмай.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡортостанда хеҙмәт йәшендәге 77 меңгә яҡын мөмкинлеге сикләнгән кеше ғүмер итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA