Хәүефһеҙ төбәк

Хәүефһеҙ төбәк https://bash.news/news/85473_xefe_tbk
04 дек 2018, 23:06

Башҡортостан 112 системаһын сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө төбәк исемлегенә инде. Быға тиклем ул тест режимында ғына эшләгәйне. Республиканың шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге операторҙары хәҙер тәүлегенә алты меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул итеп, район-ҡалаларҙа йәшәүселәргә күп яҡлы ярҙам күрһәтә.

"Һеҙҙең менән нимә булды? Ниндәй ярҙам кәрәк?" 112 һандары буйынса мөрәжәғәт итеүселәргә операторҙар саф башҡорт телендә лә яуап бирә. Гүзәл Шәүәлиева Республика шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгендә эшләй башлауына үкенмәй, һөнәре буйынса иҡтисадсы булһа ла, "Күңелем менән кешеләргә ярҙам итергә ынтылам"-ти ул. Уға көнөнә ярты меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итергә тура килә. Берәүҙәр янғын сығыуы хаҡында хәбәр итһә, икенселәр юл фажиғәһенә тарыған. "Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡырталар.

Гүзәл Шәүәлиева, Республика шылтыратыуҙар эшкәртеү үҙәге операторы: “Мәғлүмәттетиҙ эшкәртергә кәрәк. Шылтыратыуҙар бер ҡасан да туҡтап тормай”.

Йыл башынан ғына 112 һандары буйынса миллион ярымдан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Шылтыратыуҙар башҡорт һәм рус телдәренән тыш, шулай уҡ инглиз, испан, немец, ҡытай, француз телдәрендә ҡабул ителә. Операторҙар тәржемәселәр ярҙамында ла эшләп, халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтә.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 112 һандары буйынса шылтыратыуҙарҙың күбеһе Өфө ҡалаһы һәм Иглин райондарынан, хәбәрҙәр башлыса коммуналь-хужалыҡ өлкәһендәге проблемалар хаҡында. Ут һүнгән, торба шартлаған, газ еҫе сыға һәм башҡалар. 112 системаһына мөрәжәғәт итеү - Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда комплекслы ярҙам күрһәтеләсәгенә ишара. "Берҙәм тәҙрә" принцибы буйынса мәғлүмәт барлыҡ оператив хеҙмәттәргә таратыла. Әйткәндәй, 112 системаһы барлыҡҡа килеү менән дежур-диспетчер үҙәгендә 300-ән ашыу хеҙмәт урыны ла булдырыла. Шул иҫәптән хәҙер бында телефон аша психолог ярҙамы ла күрһәтелә.

Рәфис Мөхәмәтйәнов, "Хәүефһеҙ төбәк" дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе: “Өфөлә бындай белгестәрҙе уҡытыу буйынса мәктәп бар. 72 сәғәт уҡыйҙар”.

Быға тиклем республика шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге тест режимында ғына эшләгәйне. 112 системаһын сафҡа индереү өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 137 миллион һум аҡса бүленә.

Артур Әхмәтханов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Был системаны бөгөн эшләтә башлайбыҙ. Үҙәк халыҡ мөрәжәғәтенә шунда уҡ яуап бирәсәк”.

Кеҫә телефонында аҡса булмағанда, йә бәйләнеш тотмағанда ла ҡыҫҡа һандарҙы йыйып, үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бәләгә тарыусыларға ваҡытында ярҙам күрһәтеләсәк. Системалы эшмәкәрлек, тәү сиратта, кеше именлеген, хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Әйткәндәй, күп осраҡта ялған шылтыратыуҙар ҙа була. Бигерәк тә ял көндәре, каникулда балалар шаярып 112 һандарын йыя. Шуға күрә кескәйҙәргә ваҡытында аңлатыу эштәрен дә алып барыу мотлаҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Хәүефһеҙ төбәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна