Тарихҡа хөрмәт менән

Тарихҡа хөрмәт менән https://bash.news/news/85475_tarixa_xrmt_menn
04 дек 2018, 23:16

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Төбәктә "Ҡала мөхитен булдырыу" программаһы сиктәрендә "Дан аллеяһы" асылды. Майҙансыҡта алты Советтар Союзы Геройының һәр береһенә бюст ҡуйылып, аллея биләмәһе тәртипкә килтерелде.

Советтар Союзы Геройы - Ҡәйүм Әхмәтшин. Был юғары, маҡтаулы исем уға - ҡаты алыштарҙың береһендә Днепр йылғаһы аша сығып, ҡалҡыулыҡты алыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн бирелә. Ҡыйыу, үткер ҡарашлы, тура һүҙле, Флүрә Әхмәтшина атаһын шулай тип хәтерләй. Яугир яу яланында һәләк булһа ла, бөгөн ул хаҡлы рәүештә, башын ғорур күтәреп, тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтты.

Флүрә Әхмәтшина, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың ҡыҙы: “Атайым һуғышҡа киткәндә миңә 11 йәш ине. Беҙ өйҙә өс бала ҡалдыҡ. Әсәйем атайымды ауыл осона тиклем оҙатып барҙы. Беҙ шул ваҡыттан алып, уны күрмәнек”.

"Дан аллеяһы" н райондан сыҡҡан тағы ла биш Советтар Союзы Геройы бюсы биҙәй. Һәр береһе дошмандар менән ҡаты алышта, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән. Тарихи әһәмиәткә эйә булған ваҡиғанан тыл ветерандары, геройҙарҙың ауылдаштары, туғандары ситтә ҡалманы, хәтирәләре менән бүлеште.

Шакир Тоҡомбәтов, Советтар Союзы Геройы Николай Бедренконың ауылдашы: “Бедренко Николай ауылына ҡайтты, буйға бәләкәй генә, тыш ҡиәфәте менән башҡаларҙан бер нисек тә айырылмай ине. Сәсе бөҙрә ине”.

Дөйөм алғанда, Ейәнсуранан 7899 һалдат фронтҡа алына, ни бары 2732-һе иҫән ҡала. Һалдаттар иҫтәлегенә мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр, хәтер кисәләре үткәрелеп килһә, район үҙәгендә асылған дан аллеяһы экскурсиялар, фәһемле осрашыуҙар ойоштороу өсөн төп майҙанға әйләнер, тип көтөлә.

Дәмин Юланов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы: “2012 йылда шо буш торған урынды кәртәләп, ағастар ултыртып эшләй башланыҡ. “Уңайлы ҡала мөхите” программаһында ҡатнашып, бюстар асыу, бөтә район өсөн ғорурлыҡ”.

Киләсәктә парк биләмәһен йәшелләндереү, постаменттарға хәрби техника, ҡоралдар ҡуйыу ҡаралған. Шулай уҡ райондың башҡа ауылдарында йәшәүселәр ҙә яугир-яҡташтары хөрмәтенә

һәйкәлдәр ҡуйыу, булғандарын төҙөкләндереү идеяһын күтәреп алған. Тимәк, хәтер мәңгелек... Батырҙар ҡаһарманлығы еңеү шаңдауы булып быуындар күңелендә йәшәй һәм йәшәйәсәк...

Автор: Фәниә Юланова.

Тарихҡа хөрмәт менән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна