Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерты үтте

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерты үтте https://bash.news/news/85476_fl_fjzi_skrov_isemendge_dlt_akademiya_xaly_bejere_ansamble_koncerty_tte
04 дек 2018, 23:19

"Ғүмерлек бейеү тип" исемләнгән программа күренекле балетмейстер Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Сараға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров килде.

Концерт программаһына Хашим Мостаев ҡуйған бейеүҙәр, шул иҫәптән "Сәскәле ҡурай", "Беләҙек сыңы", "Француз яулыҡ" композициялары ингән. Йомғаҡлау концерттары 7- 8 декабрҙә ансамблдең концерт залында уҙа.

Миңзиә Нәсибуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Иҫ киткес йомшаҡ, һәйбәт кеше ине. Уға ҡарап бөтәһе лә һоҡлана ине”.

Риф Ғәбитов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты: “Концерт миҙгелен ул тыуған ауылда башланыҡ. Фатиха алдыҡ, иҫтәлектәрен тыңланыҡ. Йыл аҙағына килә, 100 йыллығын Башҡортостандың иң ҙур залдарының береһендә үткәрәбеҙ”.

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерты үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд