Өфөнөң Дим районында балыҡсылар буйынса рейд уҙа

Өфөнөң Дим районында балыҡсылар буйынса рейд уҙа https://bash.news/news/85484_fn_dim_rajonynda_balysylar_bujynsa_rejd_ua
05 дек 2018, 09:44

4 декабрҙә профилактик рейд ойошторола. Сара граждандарҙың хәүефһеҙлеге маҡсатында уҙғарыла. Ул яҙға тиклем дауам итәсәк.

Өфөнөң Дим районында балыҡсылар буйынса рейд уҙа
Өфөнөң Дим районында балыҡсылар буйынса рейд уҙа

Һалҡын төшөп, боҙ туңа башлағандан һуң, уның ҡалынлығы һәм торошо буйынса мониторинг ойошторола. Карьер, Романов карьеры һәм башҡа күлдәргә айырым иғтибар бүленә. Был урында балыҡсыларҙы күпләп осратырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, Дим йылғаһында әле боҙ нығынмаған.

Рейд барышында балыҡсыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫләтәләр. Боҙ ҡалынлығы 25 см булғанда ғына, ул кеше ғүмеренә хәүеф менән янамай.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна