Өфөлә законһыҙ рәүештә эшләгән металл ҡабул итеү пункттары эшмәкәрлеге туҡтатыла

Өфөлә законһыҙ рәүештә эшләгән металл ҡабул итеү пункттары эшмәкәрлеге туҡтатыла https://bash.news/news/85489_fl_zakony_resht_eshlgn_metall_abul_ite_punkttary_eshmkrlege_tutatyla
05 дек 2018, 10:31

Полиция хеҙмәткәрҙәре төҫлө һәм ҡара металл әйләнеше өлкәһендә етешһеҙлектәр асыҡлай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡайһы бер урындарҙа, лицензиялары булмайынса, металл ҡабул итәләр. Был хаҡта республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр.

Өфөлә законһыҙ рәүештә эшләгән металл ҡабул итеү пункттары эшмәкәрлеге туҡтатыла
Өфөлә законһыҙ рәүештә эшләгән металл ҡабул итеү пункттары эшмәкәрлеге туҡтатыла

Тикшереү эше барышында, Өфөлә йәшәүсе 49 йәшлек ир Төхвәт Йәнәби урамында урынлашҡан гараждарҙың береһендә рөхсәтһеҙ металлом ҡабул итеү менән шөғөлләнә. Бынан тыш, металл ҡалдыҡтары менән эш итеү ҡағиҙәләре теүәл үтәлмәй. Рейд барышында, полиция хеҙмәткәрҙәре үлсәү ҡоролмаһын һәм алты тоннанан ашыу ҡара металл тартып ала.Хоҡуҡ һаҡсылары тағы ла дүрт металл ҡабул итеү пунктында етешһеҙлектәр асыҡлай.

Етешһеҙлектәр буйынса административ протоколдар төҙөлә. Барлығы ун дүрт тонна ҡара һәм яҡынса 0,5 тонна төҫлө металл алына. Әлеге ваҡытта полиция, суд ҡарарынан һуң, тартып алынған металды дәүләткә тапшырыуҙы күҙаллай.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа