Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын батып барған баланы ҡотҡара

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын батып барған баланы ҡотҡара https://bash.news/news/85495_bashortostanda_jshse_atyn_batyp_baran_balany_otara
05 дек 2018, 10:54

Баймаҡта йәшәүсе 41 йәшлек ҡатындың батырлығы тураһында күптән түгел генә билдәле була. Рита Амантаева белдереүенсә, ул бер секунд та уйлап тормай, һыуға һикерә. Ете йәшлек балаға тәүге ярҙам күрһәтелә.

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын батып барған баланы ҡотҡара
Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын батып барған баланы ҡотҡара

Өс бала әсәһе Рита Амантаева урындағы поликлиникала шәфкәт туташы булып эшләй. Ул көндө, 10 ноябрҙә, ҡатын ғаиләһе менән өйҙә була. Бер ваҡыт уның йортона, ярҙам һорап, бер балаға килеп инә.

Минең өйөмдөң артында Таналыҡ йылғаһы аға. Балалар уйнап йөрөгәндә, ете йәшлек Динар боҙ аҫтына китә. Мин һыуҙа сәбәләнгән баланы күреп ҡалдым. Мин тиҙ арала боҙло һыуға һикерҙем һәм баланы сығарҙым.

Рита Амантаева

Рита Амантаева баланы һыуҙан сығарғанда, ул тын алмаған була. Шәфкәт туташы малайға беренсе ярҙам күрһәтә. Был ваҡиғаны маршрут водителе күрә һәм баланы реанимация бүлегенә оҙата. Бәхеткә, бала тере ҡала.

Баланы ла, уның ата-әсәһен дә белмәйем. Был мөһим түгел. Иң мөһиме-Динар тере ҡала.

Рита Амантаева

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA