Республикала йәшәүсе ир, ялған алкоголь эсемлектәр менән һатыу иткәне өсөн, штраф ала

Республикала йәшәүсе ир, ялған алкоголь эсемлектәр менән һатыу иткәне өсөн, штраф ала https://bash.news/news/85505_respublikala_jshse_ir_yalan_alkogol_esemlektr_menn_atyu_itkne_sn_shtraf_ala
05 дек 2018, 15:13

Ғафури районында лицензияһы булмай тороп, алкоголь эсемлектәр һатыу осрағы теркәлә. Шәхси эшҡыуар йөҙ мең һум күләмендә штраф ала.

Республикала йәшәүсе ир, ялған алкоголь эсемлектәр менән һатыу иткәне өсөн, штраф ала
Республикала йәшәүсе ир, ялған алкоголь эсемлектәр менән һатыу иткәне өсөн, штраф ала

Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүсе, рөхсәте булмайынса, Табын ауылы халҡына спиртлы эсемлектәр һата. Осраҡ тикшереү барышында асыҡлана. Эшҡыуарҙы яуаплылыҡҡа тарттыралар.

Суд приставтары эш ҡуҙғата, шулай уҡ, бурыслыға суд ҡарарын башҡарыу тураһында иҫкәртәләр. Бурыстың бер өлөшө ғәйепләнеүсенең иҫәбенән алына. Шулай уҡ, алкоголь продукцияһы тартып алына. Бурыстың ҡалған өлөшөн ир үҙе ҡайтарып бирә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна