Башҡортостан халҡын декабрь аҙағында алты көнлөк эш аҙнаһы көтә

Башҡортостан халҡын декабрь аҙағында алты көнлөк эш аҙнаһы көтә https://bash.news/news/85509_bashortostan_xalyn_dekabr_aaynda_alty_knlk_esh_anay_kt
05 дек 2018, 15:52

Ағымдағы йылдың һуңғы эш аҙнаһы алты көн дауам итәсәк. Рәсәй халҡы дүшәмбе, 24 декабрҙән алып шәмбе, 29 декабргә тиклем эшләйәсәк. Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы хәбәр итә.

Башҡортостан халҡын декабрь аҙағында алты көнлөк эш аҙнаһы көтә
Башҡортостан халҡын декабрь аҙағында алты көнлөк эш аҙнаһы көтә

29 декабрҙән ял көнө дүшәмбегә, 31 декабргә күсерелә.Яңы йыл каникулдары ун көнгә һуҙыласаҡ. Киләһе йылда эш көнө туғыҙынсы ғинуарҙа башланасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрҙә киләһе йылға ял көндәрен күсереү раҫланғайны. Бишенсе ғинуар, шәмбе көнө, икенсе майға, кесе йомаға күсә. Шулай уҡ, йәкшәмбе, алтынсы ғинуар өсөн, Рәсәй халҡы өсөнсө майҙа, йома ла, ял итәсәк. Шулай итеп, рәсәйлеләр 1 - 5 май һәм 9 -12 май ял итәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа