Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре ҡулға алыныусының 120 мең һум аҡсаһын урлай

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре ҡулға алыныусының 120 мең һум аҡсаһын урлай https://bash.news/news/85516_bashortostanda_policiya_xemtkre_ula_alynyusyny_120_me_um_asayn_urlaj
05 дек 2018, 14:51

Нефтекама ҡалаһында 32 йәшлек элекке полиция хеҙмәткәренә хөкөм сығарыла. Ул ҡулға алыныусының аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә.

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре ҡулға алыныусының 120 мең һум аҡсаһын урлай
Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре ҡулға алыныусының 120 мең һум аҡсаһын урлай

Прокуратура хәбәр итеүенсә, 2017 йылда полиция хеҙмәткәре интернет-мутлыҡта ғәйеләнеүсене бүлмәһенә саҡырта. Һорау алғандан һуң, ул үҙенең ярҙамын тәғдим итә. Был маҡсатта, 122 000 һум аҡса һорай. Зыян күреүсе шул уҡ көндө сумманың бер өлөшөн бирә, ҡалғанын картаға күсерә.

Полиция хеҙмәткәре аҡсаны үҙ маҡсатында ҡуллана. Ул 2,5 йылға иректән мәхрүм ителә, шулай уҡ, үҙ вазифаһынан бушатыла. Бынан тыш, өлөшләтә 23 000 һум күләмендә зыянын ҡаплай.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд