Янғын хәүефһеҙлеге

Янғын хәүефһеҙлеге https://bash.news/news/85539_yanyn_xefelege
05 дек 2018, 21:16

Башҡортостан етәксеһе ҡушыуы буйынса бөгөн Федоровка районында ғәҙәттән тыш хәл һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы үтте. Ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм яуаплы белгестәр ҡатнашлығында үткән осрашыуға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов килде.

Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, ағымдағы йыл Федоровка районы өсөн янғындарҙа һәләк булыусыларҙың күплеге менән айырыла. Бөгөнгә төбәктә теркәлгән 21 янғында 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Фажиғәләрҙе артабан булдырмау маҡсатында күп балалы ғаиләләрҙе, яңғыҙ пенсионерҙарҙы һәм инвалидтарҙы янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде.

Шулай уҡ ҡышҡы осорҙа шәхси йорттарҙа һәм белем усаҡтарында профилактик эштәрҙе йәнләндереү бурысы ҡуйылды. Бигерәк тә Яңы йыл каникулдары ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров фажиғәле хәлдәрҙең артыуына бәйле борсолоу белдерҙе. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән аныҡ саралар күрергә ҡушты.

Автор: Илдар Байбулатов.

Янғын хәүефһеҙлеге

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир