Иглин районында уттар ҡасан яҡтыраҡ балҡыр?

Иглин районында уттар ҡасан яҡтыраҡ балҡыр? https://bash.news/news/85541_iglin_rajonynda_uttar_asan_yatyra_balyr
05 дек 2018, 21:18

Ни өсөн һыуыҡтар башланғас халыҡ ҡараңғы һәм һыуыҡ өйҙәрҙә ултырырға мәжбүр? Ҡасабала электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә көсөргәнешлек күҙәтелә һәм был хәлгә ҡағылышлы енәйәт эше асылған. "Һауала эленеп" ҡалған электр линияларына бәйле ваҡиға тураһында беҙҙең сайтта.

Иглиндың яңы биҫтәһендә йәшәүселәр ҡыштың тәүге көнөн ошолай ҡараңғы һәм һыуыҡ өйҙәрҙә ҡаршы алды. Үткән аҙнала ҡасабала йәнә ут һүнде. Башҡортостан электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре килеп ремонтлағандан һуң ғына тәҙрәләрҙә уттар ҡабынды. Яңы Иглин тип исемләнгән был биҫтәлә зәңгәр яғыулыҡ үткәрелмәгән, көсөргәнеште күрәһең, трансформаторҙар күтәрә алмай.

Альбина Мельникова, Яңы Иглин биҫтәһендә йәшәүсе: “Ике бәләкәй балам ас ултырҙы. Биш сәғәт буйы ут булмағас ни ашарға әҙерләп булманы, йорт һыуынды. Балаларҙы толопҡа ураным. Иртәгәһенә тағы 4-5 сәғәт буйы утһыҙ ултырҙыҡ. Ирем эштә, мин бер ҡайҙа ла бара алмайым”.

Ә был инде Иглин ҡасабаһының уртаһындағы урам. Иглинда йәшәүсе Елизавета Егорова көнкүреш техникаһы менән ҡуллана алыуына шатланып бөтә алмай. Былтыр ут йыш һүнеп һыуытҡыс иреп ултырған саҡтар күп булған. Хатта, Яңы йыл төнөндә лә.

Елизавета Егорова, Иглин ҡасабаһында йәшәүсе: “Күп ыҙаланыҡ, ут һүнә йә приборҙар эштән сыға ине. Хәҙер иһә белеүемсә, беҙҙе "Башкирэнерго" үҙ ҡарамағына алған һәм бөтәһе лә һәйбәт тип әйтә алам”.

Йыл башына тиклем ҡасабаның күп өлөшөн электр энергияһы менән "Селтәрҙәр компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәьмин иткән. Асыҡланыуынса, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт муниципаль милеккә ҡараған электр селтәрҙәрен Иглин районы хакимиәтенән 2011 йылда ниндәйҙер юл менән ҡуртымға алған һәм тейешенсә электр менән тәьмин итеүҙе ойоштормаған. Һөҙөмтәлә быйыл йыл башынан 8 мең абонентты "Башкирэнерго" үҙ ҡарамағына күсергән. Башҡортостан энергетиктары йыл башынан байтаҡ ремонт эштәре башҡарып өлгөргән.

Артур Зарипов, Иглин районы электр селтәрҙәре йәмғиәте етәксеһе: “1 ғинуарҙан Иглин хакимиәте беҙгә үҙ элемтәһен тапшырҙы. Беҙ быйыл 14 яңы подстанция ҡуйҙыҡ, 16 саҡрым элемтә һыҙҙыҡ”.

Әлегә 4 мең тирәһе халыҡ элеккесә яуаплылығы сикләнгән компанияла ҡала. "Башкирэнерго" йәмғиәте Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә яуаплылығы сикләнгән ойошмаға электр селтәрҙәре линияларын урындағы хакимиәткә кире ҡайтарыу ҡарары сығарылған. Әммә компания уны үтәмәгән һәм Иглин районы судҡа биргән. Йыл ярым суд процестары барған арала электр селтәрҙәре компанияһы линияларҙы үҙ милке итеп теркәп тә ҡуйған.

Сергей Михеев, "Башҡортостан электр селтәрҙәре" компанияһының хоҡуҡ буйынса директоры: "Башкирэнерго" йәмғиәте Иглин районын электр энергияһы менән тәьмин итергә әҙер. Әммә шул уҡ монополияға ҡаршы хеҙмәттән белдереүҙәренсә, беҙ ҙә конкурс үткәрелмәй тороп был эште тулыһынса үҙ өҫтөбөҙгә ала алмайбыҙ”.

Нисек итеп селтәрҙәр компанияһы линияларҙы үҙ милкенә теркәгән? Муниципаль объекттарҙың сит компания ҡарамағына күсеүенең законлымы, юҡмы икәнлеген хоҡуҡ органдары тикшерә, уның буйынса енәйәт эше асылған. Тағы ла шуныһы, яуаплылығы сикләнгән компания Иглин районы хакимиәтенә йыл һайын 100 мең һум тирәһе генә ҡуртым хаҡы түләп торған.

Әнәс Вәлиуллин, Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе: “Белеүемсә, әле был эште тикшереү эше бара. 1 декабрҙә Яңы Иглинда булған аварияға килгәндә, көндөҙ сәғәт биштәр тирәһендә халыҡҡа утты һүндереп тороу тураһында мәғлүмәт булған. Ни өсөн ремонт һыуыҡтар башланғас ҡына ҡуҙғатылған - билдәһеҙ. Электр энергияһы биргәндән һуң да әле ҡапыл баҫым күтәрелеп тағы өҙөклөк булған. Ул биҫтәне "Селтәрҙәр компанияһы" хеҙмәтләндерә һәм уның сифаты ошондай кимәлдә”.

Электр уты менән өҙөклөктәр килеп сыҡҡас, урындағы хакимиәт ҡаҙна иҫәбенә трансформаторҙар һатып алырға мәжбүр булған. Иглин районы хакимиәте, "Селтәрҙәр компанияһы" һәм "Башкирэнерго". Был хәл Аҡҡош, ҡыҫала һәм суртан мәҫәлен хәтерләтә. Төрлө яҡҡа тартышҡан арала урындағы халыҡ йыш ҡына һыуыҡ һәм ҡараңғы өйҙәрҙә ултырырға мәжбүр. Ә был буталып бөткән сымдарҙы кем тағатыр һәм ҡараңғы хәлгә кем яҡтылыҡ индерер? Әлегә һорау асыҡ ҡала. Ә баш ҡаланан алыҫ булмаған райондағы был ваҡиға дүшәмбе республика йортонда ҡаралды һәм Радий Хәбиров уға асыҡлыҡ индерергә ҡушты.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Иглин районында уттар ҡасан яҡтыраҡ балҡыр?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество