Рәсәй һайлау системаһына – 25 йыл

Рәсәй һайлау системаһына – 25 йыл https://bash.news/news/85542_rsj_ajlau_sistemayna_25_jyl/?lang=bash
05 дек 2018, 21:22

Советтар союзы тарҡалғандан һуң был системаға Рәсәйҙең тәүге президенты Борис Ельцин указына ярашлы, нигеҙ һалына, әммә һайлауҙарҙың тарихы быуаттар төпкөлөнә, 7 быуатҡа уҡ барып тоташа. Бөгөн һайлауҙар ҡануни яҡтан нигеҙләнгән, эшмәкәрлеге техник яҡтан йыһазландырылған система. Сирек быуатлыҡ дата айҡанлы Өфөлә үткән тантаналы йыйылышта ошо тармаҡ менән бәйле хеҙмәткәрҙәр, ветерандар йыйылды.

Комплекслы эшкәртеү ҡоролмалары, видео яҙҙырыу камералары, күҙәтеүселәр. Һәр бер аҙым, хәрәкәт ус төбөндәге һымаҡ. Бөгөнгө һайлау кампаниялары автоматлаштырлған ҡеүәтле механизмды хәтерләтә. Заман был системанан аныҡ, асыҡ, бар яҡлап та уйланылған эшмәкәрлек талап итә. 40 йылға яҡын сәйәси кампанияны ойоштороуҙа ҡатнашҡан Әхмәт Камалов фекеренсә, элекке заман менән айырма ҙур.

Әхмәт Камалов, һайлау системаһы ветераны: “Был һайлауҙарҙа актив ҡатнаштылар. Партия пландарын тормошҡа ашырыуға ҙур ярҙам иттеләр. Элекке һайлауҙарҙан айырма ҙур. Талаптар көсәйҙе”.

Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы Берҙәм Рәсәй системаһында айырым урын биләй, республикала ете тиҫтәгә яҡын төбәк һәм 3 меңдән ашыу участка һайлау комиссияһы бар. Урында алдынғы эш алымдары уңышлы үҙләштерелә, "Мобиль һайлаусы" программаһы, тауыштарҙы куаркодтар ярҙамында иҫәпләү был өлкәнең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеп бара.

Хәйҙәр Вәлиев, Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: “Мобиль һайлаусы, кр кодтар ҡулланылды. Быларҙың барыһы ла хаҡ өсөн ойошторолдо”.

Салауат районы һуңғы һайлауҙарҙа республика буйынса иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, улар фекеренсә, техник йыһазландырыу менән бергә аңлатыу эштәре алып барыу талап ителә. Сөнки халыҡтың юридик грамоталылығы арта, улар үҙ һорауҙарына төплө, аныҡ яуаптар алырға, сәйәси сараларҙа әүҙем ҡатнашырға теләй.

Урал Уляев, һайлау участкаһы ветераны: “Һайлауҙар яҡшы үтһен өсөн, алдан аңлатыу эштәре алып барыла. Был эштә уҡытыусылар, ойошмалар етәкселәре актив ҡатнаша”.

Һайлау барышын күҙәтеү системаһы ла камиллаша, мәҫәлән, был эшмәкәрлеккә төрлө фирҡә вәкилдәре йәлеп ителеүе ғәҙеллекте тәьмин итә. Партиялар вәкилдәре һайлау комиссияһы ағзалары ла булып тора. Сентябрҙәге һайлауҙа Башҡортостанда теркәлгән 48 фирҡәнән 15 бүлексә вәкиле яңы комиссия составын формалаштырыуҙа ҡтанашҡан. Һөҙөмтәлә участка комиссияларының 65 процентын партия вәкилдәре биләй. Был үҙ сиратында обьектив ҡарарҙар ҡабул итеүгә булышлыҡ итә. Бөгөнгө сарала оҙайлы йылдар ошо системала эшләгән хеҙмәт алдынғылары юғары наградалар менән билдәләнде.

Сирек быуатлыҡ эш тәжрибәһе күрһәтеүенсә, һайлау ҡануниәтен артабан да үҫтереү, камиллаштыру мотлаҡ. Бөгөн кешелек илдә барған ваҡиғаларға, үҙгәрештәргә битараф түгел. Заман менән бергә талаптар ҙа үҙгәрә, халыҡ сәйси компанияларҙың юғары әҙерлекле, законға ярашлы, асыҡ, ғәҙел шарттарҙа үткәрелеүен талап итә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Рәсәй һайлау системаһына – 25 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста