Мушниковсылар сафы тулылана

Мушниковсылар сафы тулылана https://bash.news/news/85544_mushnikovsylar_safy_tulylana
05 дек 2018, 21:33

Быйыл герой яҡташыбыҙ исемен йөрөткән мәктәп уҡыусылары тағы 150-гә артты. Уҡыусылар Мушниковсылар антын биреү алдынан өс ай буйы әҙерлек үтә. Әлифбаны ятлап, мәктәп ҡағиҙәләрен үҙләштереп, хәрби летчиктың ғүмер юлын өйрәнеп ижади конкурс үткәндәр генә Советтар Союзы Геройы значогын йөрөтөү хоҡуғы ала.

Георгий Мушниковтың беҙҙең аранан китеүенә утыҙ йылдан ашыу, әммә герой яҡташыбыҙ тураһындағы яҡты хәтирәләр, уның ҡаһарманлығы тураһындағы тарих ҡәҙерләп һаҡлана. Баш ҡалала летчиктың исемен йөрәткән урам, белем усағы ла бар. Калинин районының 74-се мәктәбе балалары летчиктың хәрби тормошон яттан белә.

Беренсе класҡа уҡырға килгән балаларҙы Мушниковсылар сафына ҡабул итеү мәктәптә матур йолаға әйләнгән. Был сара хәҙер алты йыл рәттән уҙғарыла. Тантанаға балалар уҡыу йыланан башлап төплө әҙерләнә.

Асия Юнысова, Г. Мушников исемендәге "Хәрби дан" музейы етәксеһе: “Беҙҙең сараларҙан һуң балалар ҡанатланып китә. Улар Мущшников кеүек батыр, илһөйәр булырға тырыша”.

Байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле Герой исеменә ант биреү. Сафҡа алыныусыларға махсус билдәләр һәм эмблема тапшырыла. Тантана беренсе синыф уҡыусыларҙың Мушниковсылар гимнын башҡарыуы менән тамамланды.

Автор: Айнур Кәбиров.

Мушниковсылар сафы тулылана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир