Сәхнәлә Урал батыр

Сәхнәлә Урал батыр https://bash.news/news/85545_sxnl_ural_batyr
05 дек 2018, 21:38

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Рәсәйҙә иғлан ителәсәк театр йылын өр-яңы сәхнә әҫәре менән ҡаршылай. Әлеге ваҡытта "Урал батыр" эпосы буйынса репетицияларҙың ҡыҙған мәле. Спектакль Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арнала. Сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - Андрей Борисов.

Сәхнәләге декорация бер ҡараһаң, кәмә, икенсе ҡараһаң күпер, йә ҡанатлы толпарға әйләнә. Ябай селтәрҙәге ептәр төрлө төҫтәге яҡтылыҡтан 3 Д форматын булдыра. Театрҙа халҡыбыҙҙың мәшһүр "Урал батыр" эпосы өҫтөндә эш ҡайнай. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы Андрей Борисов милләте буйынса яҡут. Башҡорт халыҡ эпик ҡомартҡыһының тәржемәһен уҡығас та, унда сәхнәгә сығарыу теләге уяна.

Андрей Борисов, "Урал батыр" спектакле режиссеры: “Фәлсәфәүи, мәғәнәүи яҡтан "Урал батыр" мине таң ҡалдырҙы. Эпосты уҡығас та, яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәше, уның ҡиммәттәре, хаҡы тураһында уйланаһың. Минеңсә, үлемһеҙ әҫәр башҡа халыҡтарға ла йөкмәткеһе буйынса ҡыҙыҡлы, фәһемле”.

Әйткәндәй, театр үлемһеҙ эпосҡа тәүгә мөрәжәғәт итмәй. 2006 йылда "Урал батыр" әҫәрен Рөстәм Хәкимов сәхнәгә сығарғайны. Әле эпостың йөкмәткеһен халыҡҡа яңынан һөйләү өсөн төрлө алымдар ҡулланыла, сағыу костюмдар әҙерләнә, тамашасыға башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын ишеттереү өсөн "рух" тигән образ да уйлап сығарыла.

Алһыу Бәхтиева, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры: “Халыҡтың рухы булырға тейеш. Һеҙҙең халҡығыҙ йырҙарға, мәҡәл-әйтемдәргә бай. Улар был спектаклдә күрһәтелергә тейеш, тине режиссер”.

Премьера спектакле Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арнала. Фольклорсылар, этнологтар эпостарҙы тере тарих, улар сәхнәгә сығарыла икән, тимәк үткәнебеҙ онотолмай, тип иҫәпләй.

Закирйән Әминев, этнолог: “Боронғолар күҙләүенсә, башҡорт ере – ер кендеге, уның үҙәге”.

Боронғо замандарҙың донъяуи ҡараштарын үҙендә туплаған, шуға ҡарамаҫтан, әлегәсә көнүҙәк булып ҡалған эпос йөкмәткеһе буйынса спектакль тамашасы күңеленә үтеп инеп, репертуарҙа ныҡлы урын алыр, тигән ышаныс бар.

Автор: Фәниә Юланова.

Сәхнәлә Урал батыр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд