"Башҡорт йыры" телевизион проекты еңеүселәре билдәләнде

"Башҡорт йыры" телевизион проекты еңеүселәре билдәләнде https://bash.news/news/85546_bashort_jyry_televizion_proekty_eeselre_bildlnde
05 дек 2018, 21:49

Быйыл Гран-приҙы Баймаҡ районынан Алмас Сирусин яуланы. Еңеүсегә Урал таштарынан биҙәлгән статуэтка һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды. Йола буйынса телевизион конкурс "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҙур Гала-концерт менән тамамланды. Быйыл проектта ҡатнашырға биш тиҫтәләп заявка ҡабул ителгән. Уларҙың яртыһы финалға үткән.

Башҡорт йыры телевизион проекты еңеүселәре билдәләнде
Башҡорт йыры телевизион проекты еңеүселәре билдәләнде

(в1)Алмас Сирусин, "Башҡорт йыры"-2018 телевизион конкурсы еңеүсеһе: “Башҡорт халыҡ йыры “Сибай”ҙы, Рим Хасановтың “Күҙ нурым” һәм ретро-йыр “Төнгө серенада”ны башҡарҙым. Еңеүемә шатмын”.

(в1)Рита Өмөтбаева, проект продюсеры: “Йырсыларҙы эҙләп алабыҙ, улар менән эшләйбеҙ. Бөгөн бында Башҡортостандың һәм Татарстандың күренекле йырсылары йыйылды”.

"Башҡорт йыры" проекты ғөмүмән, ете йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда байтаҡ профессиональ йырсыларға ҡанат ҡуйҙы. Улар өсөн был ижад майҙаны сәнғәт училищеһы, йә сәнғәт институтында алған белемдән тыш, өҫтәмә вокал мәктәбе булып та тора. Йыл һайын телевизион бәйге яңы исемдәр аса. "Башҡорт йыры"ның Гала-концертын республиканың төп телеканалында Яңы йыл төнөндә ҡарарға мөмкин.

(в1)Фәдис Ғәниев, Башҡортостандың халыҡ артисы: “Тауыштар матур, күп. Уларҙы күрһәтергә, сығарырға кәрәк. Бындай майҙан булыуы яҡшы”.

(в1)

Автор: Азат Ғәлиуллин.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество